Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Өфөлә гүзәл заттар өсөн шахмат турниры ойошторолдо

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Өфөлә гүзәл заттар өсөн шахмат турниры ойошторолдо https://bash.news/news/91088_xalyara_atynyar_kn_uajynan_fl_gzl_zattar_sn_shaxmat_turniry_ojoshtoroldo
28 фев 2019, 23:44

Интеллектуаль уйын Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты башланғысы менән уҙғарылды. Ҡара сәсле ҡыҙҙар көслөрәкме, әллә һары сәслеләрме? Ҡатын-ҡыҙҙар командаларға бүленеп, уйнаны. Көсөргәнешле ярышта билдәле дәүләт эшмәкәрҙәре лә сығыш яһаны.

Дәүләт думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина тәүге тапҡыр шахмат турнирында ҡатнаша. Үҙе электән уйнамаһа ла, ярышҡа сәмләнеп килгән. Ҡара сәслеләр сафына алынды. Өфөнөң 45-се урта мәктәбе уҡыусыһы Саша Еремеева менән ун минутлыҡ партия уйнаны. "Алыш" ничья менән тамамланды. Дәүләт эшмәкәре билдәләүенсә, балаларҙа интеллектуаль уйындарға ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу мөһим. Был йүнәлештә эш белем усаҡтарында йәнләнергә тейеш.

Зөһрә Рәхмәтуллина, Дәүләт Думаһы депутаты: “Мәктәптәрҙә тормошҡа ашырыла башлаған "Мәктәптәргә шахмат" тип исемләнгән проект, тәү сиратта, беҙҙең балаларыбыҙҙы рухи яҡтан ҡурсалауға, уларҙы интеллектуаль яҡтан үҫтереүгә, байытыуға һәм, әлбиттә, ата-әсәләргә, уҡытыусыларға ярҙамсы механизм булып ҡабул ителер”.

Әлегә билдәле гроссмейстерҙар, Рәсәй чемпиондары мәктәп уҡытыусыларын интеллектуаль уйынға өйрәтә башлаған. Киләһе йыл барлыҡ белем усаҡтарында ла шахмат буйынса түңәрәктәр ойошторола башлар тип көтөлә.

Гөлназ Шафиҡова, Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты ректоры: “Рәсәйҙә 2013 йылдан яңы концепция эшләй. Ул математиканы үҫтереү концепцияһы. Шул концепция эсендә шахматты үҫтерергә тигән һүҙ бар. Шуның өсөн беҙ уҡытыусыларҙы әҙерләйбеҙ. Бөгөнгә беҙгә меңдән ашыу уҡытыусы кәрәк. Проект Башҡортостанда яҡшы бара”.

Төбәктең мәғарифты үҫтереү институты тарафынан ойошторолған шахмат турнирында тиҫтәнән ашыу гүзәл зат ҡатнашты. Билдәле йәмәғәт эшмәкәрҙәренән тыш, партияларҙы спорт мастерҙарына кандидаттар һәм мәктәп уҡыусылары ла уйнаны. Һары сәслеләр һәм ҡара сәслеләр араһында ойошторолған интеллектуаль ярышта һуңғылары еңеү яуланы. Сөмбөл Ахунова ла шәхси күрһәткестәре буйынса беренселек яулай.

Сөмбөл Ахунова, шахмат буйынса турнирҙа ҡатнашыусы: “Әсәйем тренер. Ул мине был уйынға ҡыҙыҡһындырҙы. Уйында сәс төҫөнөң роле юҡ, сөнки иң мөһиме бында аҡыл. Шулай ҙа турнирҙың идеяһы шәп”.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ойошторолған турнир дуҫтарса форматта үтте. Ҡатнашыусыларҙың барыһына ла гөлләмәләр тапшырылды. Сара сиктәрендә гүзәл заттар өсөн шахмат уйынына ҡарата стилләштереп тегелгән күлдәктәрҙә мода күрһәтелде. Концерт программаһы ҡуйылды.

Автор: Фәрүәз Рафиҡов, Гөлназ Хәйбуллина.

Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан Өфөлә гүзәл заттар өсөн шахмат турниры ойошторолдо

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
МУЗЫКА ИЗ АНИМЕ И КОМПЬЮТЕРНЫХ ИГР УФА
КОНЦЕРТ
Банер уфимская волна