Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәрҙең коммуналь түләүҙәргә айлыҡ сығымдары ҡапыл артҡан

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәрҙең коммуналь түләүҙәргә айлыҡ сығымдары ҡапыл артҡан https://bash.news/news/91311_fn_sipajlovo_bitend_jshselre_kommunal_tlrg_ajly_syymdary_apyl_artan

Бөгөн Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан "Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре" ойошмаһы офисына үтерлек булмай. Граждандар коммуналь түләүҙәргә бәйле дәғүәһен белдерергә килә. Квитанциялағы хаҡтар ни өсөн юғары? Тема дауамы беҙҙең сайтта.

Төш ваҡыты күптән уҙған. Кәбирә Ҡәҙимова сират буйынса 289-сы ғына. Ә бит ҡатын иртәнге сәғәт һигеҙҙән үк Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә урынлашҡан "Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре" ойошмаһына килгән. Февраль айы өсөн килгән квитанциялағы хаҡ менән ул килешмәй.

Кәбирә Ҡәҙимова: “87 һум ғына етешмәй ун мең һумға. Түләргә кәрәк. Ун меңе квартплата, шуның менән йәшә әле”.

Офиста халыҡты өс хеҙмәткәр генә ҡабул итә, шуға сираттың ҙур булыуына аптырайһы түгел. Кабинет эсендә тонсоу. Коридорҙан да үтерлек түгел. Барыһының да ҡулында квитанция. Улар йылылыҡ өсөн түләүҙәр менән ризаһыҙлыҡ белдерә. "Ошондай сират тәүге тапҡыр ғына күҙәтелмәй,"-тиҙәр.

Рәйсә Игнатьева: “173-сө киләм. Көн һайын шулай. Бер көн иртәнге етелә килеп үтә алманым. Минән дә олораҡ кешеләр бар, уларҙың береһе үҙен насар тойғас, "Тиҙ ярҙам" машинаһын саҡырттыҡ”.

Ҡатын ҙур сиратты үтә алмай, дауаханаға оҙатыла. Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәр эштән һорап китеп тә, квитанциялағы хаҡтар буйынса дәғүәһен белдерергә теләй. Өс йөҙҙән ашыу кешене бер үк проблема борсой - коммуналь түләүҙәргә айлыҡ сығымдарҙың ҡапыл артыуы.

Рәйсә Сабитова: “Элек фатир өсөн түләүҙәр 3-4 мең һум килә ине. Ә хәҙер 8-9 мең һум килә. Ҡайҙан алалар ул һандарҙы? Аңламайбыҙ”.

Хәнә Мөхәмәҙиева: “Сумманы декабрҙә һеҙ түләмәгәнһегеҙ ти. Мин бит килдем ғинуарҙа, бер бурыс та юҡ тип ҡайтарҙылар. И вдруг март айында ике тапҡыр күберәк түләргә тип килде. Ҡайҙан алғандар был сумманы?!”

Федераль законға ярашлы былтыр күп фатирлы йорттарҙа йәшәүселәр ресурс менән тәьмин итеүсе ойошмалар менән тура килешеү төҙөй башланы. "Башҡортостан йылылыҡ бүлеү селтәрҙәре" компанияһы Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәрҙе 1 декабрҙән ҡабул итә. Ойошма етәкселеге билдәләүенсә, квитанцияларҙа дөйөм йорт приборҙарының фактик күрһәткестәренә ярашлы уҙған йылдың декабре өсөн төҙәтмәләр индерелгән.

Ирина Попова, "Теплосбыт" компанияһы филиалы директоры урынбаҫары: “Дөйөм иҫәп приборҙары булған күп фатирлы йорттарҙа корректировка яһаныҡ. 237 торлаҡтың ике йөҙөндә йәшәүселәргә өҫтәп түләүҙәр ебәрелде. Сөнки фактик ҡулланыу күрһәткестре юғары була”.

Квитанцияла бурыстар булмаһын өсөн компания етәкселеге граждандарҙы торлаҡ-коммуналь түләүҙәрҙе ваҡытында түләргә саҡыра. Дәғүәләр бар икән, күп каналлы телефон аша мөрәжәғәт ҡалдырырға мөмкин. шулай уҡ компанияның рәсми сайтында шәхси кабинетта теркәлеп, кире шылтыратыуға заказ ебәрергә була. Ҡыҙыу линия телефоны: 8-800-511-30-15.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөнөң Сипайлово биҫтәһендә йәшәүселәрҙең коммуналь түләүҙәргә айлыҡ сығымдары ҡапыл артҡан

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество