Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2019» конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2019» конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы https://bash.news/news/91313_fl_bashortostandy_jyl_uytyusyy_2019_konkursyn_asyu_tantanay_uy
04 мар 2019, 23:58

Быйыл ике йөҙгә яҡын талантлы педагог район этаптарын уңышлы үтеп, республика кимәленә сыҡҡан. Һөнәри оҫталыҡ бәйгеһендә ғәҙәттәгесә рус, башҡорт, татар телдәре һәм әҙәбиәте уҡытыусылары араһында айырым бәйгеләр үтә. Сарала ҡатнашыусыларҙың барыһы ла сәхнә түренә саҡырылды, конкурсанттар дөйөм фотоға төштө, үҙ-ара танышты, уҡытыу алымдарына бәйле тәжрибә уртаҡлашты. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Абсолют еңеүсе лә билдәләнәсәк.

Гөлмирә Бикбулатова, Туймазы ҡалаһының 6-сы урта мәктәбе уҡытыусыһы: “Беҙ балаларҙа туған телгә һөйөү генә уятмайбыҙ, беҙ уларҙың күңелендә өмөт сатҡылары уятабыҙ. Маҡсатҡа ынтылыш бирәбеҙ. Күңелдәрендә рух тәрбиәләйбеҙ”.

Зифа Байморатова, Благовещен ҡалаһының 5-се урта мәктәбе уҡытыусыһы: “Бөгөн Өфө ҡалаһында ҙур байрам. Башҡорт теле уҡытыусылары республика буйынса йыйылғанбыҙ, башҡа төбәктәрҙән дә. Тантаналы асыуҙан һуң беҙҙең эш дауам итә, эссе яҙабыҙ”.

Сәхнәгә 37 йәш педагог та сыҡты. Уларҙың уртаса йәше - 27, ә хеҙмәт стажы биш йылдан кәмерәк. Ҡатнашыусыларҙы алда оло һынау көтә. Конкурс комиссияһына асыҡ дәрес, класс сәғәте күрһәтеүҙән тыш, мәғариф проекты әҙерләргә кәрәк. Абруйлы һөнәр эйәләре уҡытыуҙа заманса алымдар ҡулланып эшләй. Балаларҙы башланғыс синыфтарҙан уҡ ирекмәнлеккә әйҙәп, тәрбиәүи мәсьәләрҙе лә иғтибар үҙәгендә тота.

Рәмилә Торомтаева, Сибай ҡалаһы гимназияһы уҡытыусыһы: “Беҙҙең класс нигеҙендә "Балапандар" тигән волонтер төрөкмө төҙөлдө. Уҡыусылар менән балалар баҡсаларына, пансионат, приюттарға, коррекцион мәктәптәргә барып әкиәттәр ҡуябыҙ. Балаларға бик оҡшай”.

Зөһрә Төхвәтуллина, "Башҡортостандың йәш йыл уҡытыусыһы - 2019" конкурсында ҡатнашыусы: “Бала саҡтан уҡытыусы булырға хыяллана инем. Ошо конкурс тураһында әйткәндә, бик юғары кимәлдә үткәрелде. Бик матур концерт, бик яҡшы ойошторолған”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфөлә «Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы – 2019» конкурсын асыу тантанаһы уҙҙы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста