Стәрлетамаҡта йәшәгән ете айлыҡ Исмаил Сәләховҡа ярҙам кәрәк

Стәрлетамаҡта йәшәгән ете айлыҡ Исмаил Сәләховҡа ярҙам кәрәк https://bash.news/news/91457_strletamata_jshgn_ete_ajly_ismail_slxova_yaram_krk
06 мар 2019, 23:20

"Русфонд "хәйриә фонды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы менән берлектәге проект ярҙамында меңәрләгән бала яҡлау таба. Алты йәшлек Дамир Ғарифуллинға эндоваскуляр операция өсөн онклюдер һатып алыуға беҙҙең тамашасылар 259 315 һум күләмендә аҡсалата ярҙам күрһәткән. Дамир Ғарифуллин бөгөн үҙен яҡшы тоя. Уның ата-әсәһе тамашасыларға рәхмәт белдерә. Сираттағы герой Стәрлетамаҡта йәшәгән ете айлыҡ Исмаил Сәләхов. Ул мәрхәмәтле кешеләр ярҙамына мохтаж.

Тыумыштан Пьер Робен синдромынан яфаланған сабыйҙың хәлен хирургик юл менән дауалау ғына еңеләйтәсәк. Уға бит-яңаҡҡа операция яһаясаҡтар. Дистракцион аппарат өсөн 409 462 һум күләмендә аҡсалата ярҙам талап ителә.

Исмаил 31 аҙналыҡ булып тыуа. Тауыш бирмәй, тын алмай, уны шунда уҡ яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтыралар, ашығыс ярҙам менән Республика клиник дауаханаһына килтерелә. Тикшереү үткәндән һуң сабыйҙа йөрәк эшмәкәрлегендә етешһеҙлек һәм ауыҙ-аңҡау үҫешмәүен асыҡлайҙар. Уның аҫҡы яңағы һәм аңҡауы насар үҫешкән. Йөрәгенә операция яһайҙар һәм трахеостома ҡуялар.

Тәүге өс айҙа сабый зонд аша туҡландырыла. Әсәһе вертикаль хәлдә улын шешә ярҙамында ла ашатырға тырыша. Әммә яңаҡта аңҡауҙа яра арҡаһында аҙыҡ баланың ҡолағына, танауҙарына эләгә. Тамағына торған аҙыҡтан ул йүткерә һәм тын ала алмай. Баланың физик үҫеше аҡһай, һөйләшә алмай. Трахестома арҡаһында шыуыша ла алмай. Регина Сәләхова әйтеүенсә, трахестома торбаһы шайыҡ менән тулғас, һәр ярты сәғәт һайын таҙартып торорға кәрәк. Шуға ла Исмаилды урамда һалҡын миҙгелдә саф һауала йөрөтөү уңайһыҙ.

Регина Сәләхова, Исмаил Сәләховтың әсәһе: “Шыуыша алмай, бер генә яҡҡа әйләнә ала, урамға сыға алмайбыҙ, поликлиникаға аппарат менән генә йөрөйбөҙ. һәр ваҡыт торбаны таҙартып торорға кәрәк”.

Исмаил Сәләховҡа тын алыу, аҙыҡ йотоу функцияһын тергеҙеү һәм һөйләшергә өйрәнеү өсөн аҫҡы яңаҡты дистрактор ярҙамында коррекциялау әмәлиәте үткәрергә кәрәк. Һуңынан хирургтар сабыйға аңҡау яраһын ябасаҡтар. Әмәлиәт квота буйынса бушлай үткәрелә, Әммә дистракцион аппарат һатып алыу өсөн Сәләховтарҙың мөмкинлеге юҡ. Регина декрет ялында, тормош иптәшенең хеҙмәте рәсмиләштерелмәгән. Сәләховтар мәрхәмәтле кешеләрҙән ярҙам өмөт итә.

Фәниә Латипова, Исмаил Сәләховтың өләсәһе: “Аппаратһыҙ операция үтмәй. Ул ҡиммәт тора, беҙҙең аҡса етмәй. мәрхәмәтәле кешеләр ейәнемә ярҙам итһен ине”.

Тыумыштан Пьер Робен синдромы менән яфаланыусы Исмаил Сәләховҡа дистрактор аппараты һатып алыу өсөн 409 462 һум күләмендә аҡса талап ителә.

Ете айлыҡ сабыйға беҙ бергәләп ярҙам итә алабыҙ. Акцияла ҡатнашыу өсөн 5542 ҡыҫҡа һандарына "ДЕТИ" һүҙен өҫтәп СМС хәбәр ебәрергә кәрәк. Хаҡы 75 һум.

Мәрхәмәтле булайыҡ!

Автор: Гүзәл Борханова.

Стәрлетамаҡта йәшәгән ете айлыҡ Исмаил Сәләховҡа ярҙам кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа