Быйыл Башҡортостанда 480 ихата тәртипкә килтереләсәк

Быйыл Башҡортостанда 480 ихата тәртипкә килтереләсәк https://bash.news/news/91463_byjyl_bashortostanda_480_ixata_trtipk_kilterelsk

"Башҡортостан ихаталары" программаһын бойомға ашырыу өсөн миллиард ярым һумдан ашыу аҡса йүнәлтелә. Программа берлектә финанслау принцибына нигеҙләнгән: аҡсаның 99 проценты республика ҡаҙнаһынан бүленә, ҡалғаны халыҡтыҡы.

Был программа йорт алдарын комплекслы төҙөкләндереүҙе күҙ уңында тота. Иң мөһиме ниндәй эштәр башҡарылыуын урында йәшәүселәр үҙҙәре хәл итәсәк. Ул да булһа ихаталарҙы яҡтыртыу, асфальт һалыу, балалар һәм спорт майҙансыҡтар урынлаштырыу, хәүефһеҙлек саралары ҡулланыу һәм башҡалар.

Эксперттар фекеренсә, программаны ғәмәлгә ашырыу ҡала властары менән халыҡ араһындағы бәйләнештәрҙе яйға һалырға ярҙам итәсәк

Автор: Илдар Байбулатов.

Быйыл Башҡортостанда 480 ихата тәртипкә килтереләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна