Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы студенттары КАМАЗ йыйырға өйрәнә

Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы студенттары КАМАЗ йыйырға өйрәнә https://bash.news/news/91693_bashort_dlt_universitetyny_sibaj_filialy_studenttary_kamaz_jyjyra_jrn
11 мар 2019, 22:44

Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалында студенттар техник фәндәрҙе практикаға таянып өйрәнә. Үҙ ҡулдары менән автомобилдәр йыя, спорт һәм ижад өсөн дә ваҡыт бүлә. Урал аръяғындағы студент тормошо киләһе материалда.

Ысын Камаз машинаһының тапшырыуҙар ҡумтаһы. Ул бында һүтелгән килеш килеп эләккән. Студенттар һәм уҡытыусылар уны яңынан йыйған. Курстағы 150 cтудент лекцияларҙы һәм практик дәрестәрҙе ҙур теләк менән шөғөлләнә.

Байрас Ғәниев, технология факультетының 3-cө курс студенты: “Миңә был факультетта белем алыу оҡшай. Уҡытыусылар яҡшы аңлата, дәрестән һуң ҡалып, практика ла үтергә мөмкин”.

Институт эсендә эксперименталь майҙансыҡ - белем биреү кластеры эшләй. Бында мәктәпкәсә йәштәге балаларҙан алып эшкә урынлаштырылғансы белгестәр әҙерләнә. Студенттарға ҙур тәжрибәгә эйә булған предприятие етәкселәре белем бирә. Факультетта робот техникаһы менән мауығыусыларға модельдәр йыйыу, ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн мөмкинлектәр ҙур

Рифат Ҡасҡынбаев, технология факультетының 1-се курс студенты: “Роботтарҙы өйрәнеү беҙҙә ныҡ үҫешкән. Киләсәк роботтар менән бәйле. Студенттар өйрәнә, уларға оҡшай”.

Сибай институты Башҡорт дәүләт университетының дүрт филиалының береһе. Бында 2000 ашыу студент белем ала. Рәсәй мәғариф министрлығының 2018 йылғы йомағаҡтарында был юғары уҡыу йорто ете йүнәлештә һөҙөмтәле эш күрһәткестәре буйынса еңеүсе. Иҡтисадсылар, менеджерҙар һәм хоҡуҡ өлкәһендә эшләйәсәк йәштәр бөтәһе лә уҡыу йорто стеналарында төплө теорияға эйә булып, һөнәри сынығыу алып сыға.

Әҙеһәм Барлыбаев, хоҡуҡ һәм иҡтисад факультеттары деканы, профессор: “Беҙҙең институтта 2300 ашыу студент белем ала. Дүрт факультет эшләй. Беҙҙең институт яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткәс,һөҙөмтәле эшләгән юғары уҡыу йорттары исемлегенә инде”.

Институт полигонында иһә студенттарға үҙ ҡулдары менән техника йыйып ҡарау мөмкинлеге булдырылған. Тау сәнәғәте, транспорт өлкәһендә эшләйәсәк йәштәр диплом һәм курс эштәрен үҙенсәлекле проекттар һәм һыҙмалар нигеҙендә яҡлай ала.

Сибай институтының технология факультеты тәбәктең сәнәғәт тармағы өсөн белгестәр әҙерләй. Бында бай матди-техник база булдырылған һәм практик күнекмәләр өсөн тау машиналары, ҡорамалдары полигоны булдырылған. Технология факультетын тамамлаусылар бөтәһе лә уҡыуҙы тамамлағас, эшкә урынлаша ала.

Автор: Гүзәл Борханова.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай филиалы студенттары КАМАЗ йыйырға өйрәнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста