Өфө ҡалаһы Халтурин урамының 46 йортонда йәшәүселәр фатирға һыу инеү ихтималлығынан ҡурҡа

Өфө ҡалаһы Халтурин урамының 46 йортонда йәшәүселәр фатирға һыу инеү ихтималлығынан ҡурҡа https://bash.news/news/91841_f_alay_xalturin_uramyny_46_jortonda_jshselr_fatira_yu_ine_ixtimallyynan_ura

Ҡыш буйы йыйылған ҡар өйөмө иреһә, цоколь ҡатҡа төшөр тип борсола улар. Йортта йәшәүселәр менән беҙҙең ижади төркөм аралашты.

Ҡарҙар ирей, һыу таша. Фәйзуллиндар яҙ килеүен һәр саҡ хәүеф менән көтә. Уларҙың фатиры йорттоң цоколь ҡатында урынлашҡан. “Һыу баҫыр тип ҡурҡтыҡ”, - ти йортта йәшәүсе Гүзәлиә Фәйзуллина.

Ихатаны таҙартҡанда, ҡарҙы күп ҡатлы йорттоң диуарына өйәләр. Торлаҡ идаралығында Фәйзуллиндарға был ваҡытлыса сара тип аңлаталар.

Игорь Фунтиков, торлаҡ-эксплуатация идаралығы хеҙмәткәре: “Ихатаны таҙартҡанда, ҡарҙы газонға һалып тороу рөхсәт ителә. Был мөрәжәғәтте ҡабул иттек. Тейешле техника бүленгәс тә, ҡарҙы алып киттек”.

Беҙҙең ижади төркөм килгәнсе, йорттоң ҡабырғаһынан ҡар алынған. Белгестәр әйтеүенсә, ҡала халҡының мөрәжәғәттәре яуапһыҙ ҡалмай.

Лилиә Шәптиева, Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе: “Көнөнә 10-15 мөрәжәғәт алабыҙ”.

Торлаҡ хужалығы идаралығы вәкилдәре әйтеүенсә, ихаталарҙы ҡарҙан таҙартыу өсөн техника етә. Быйыл бәләкәй габаритлы тейәгестәр алынған.

Фәһим Сәлимйәнов, Өфө ҡалаһының Совет районы торлаҡ хужалығы идаралығы директоры урынбаҫары: “Тиҙҙән ҡарҙы йомшарта башлайбыҙ.Ҡапыл иреп һыу баҫмаһын өсөн, был эш яйлап эшләнә. Һыу йә махсус люктарға төшә, йә щеткалар менән һыпырабыҙ. Ҡар күп яуған йылдарҙа ла, быға тиклем подвалдарҙы һыу баҫыу осраҡтары булғаны юҡ”.

Ихаталарҙы таҙартыу график буйынса бара. Район хакимиәттәренең сайттарында һәр кем йорт алдын йыйыштырыу ваҡты менән таныша ала.

Автор: Миңзиә Каспранова.

Өфө ҡалаһы Халтурин урамының 46 йортонда йәшәүселәр фатирға һыу инеү ихтималлығынан ҡурҡа

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа