Өфөнөң Аркадий Гайдар исемендәге 47-се гимназияһында республиканың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

Өфөнөң Аркадий Гайдар исемендәге 47-се гимназияһында республиканың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды https://bash.news/news/91846_fn_arkadij_gajdar_isemendge_47se_gimnaziyaynda_respublikany_100_jyllyyna_arnalan_krgm_asyldy/?lang=bash
13 мар 2019, 23:43

Күргәҙмә "Башҡортостан - минең яратҡан ер” тип атала. Экспозиция уҡыусы балалар ата-әсәләр менән бергә эшләгән ижади эштәрен үҙ эсенә алған. Һәр кем фантазияһына таянып төрлө әйберҙәр һынландырырға тырышҡан. Улар араһында башҡорт халҡының ғөрөф-ғәҙәттәренә, милли йолалары, көнкүреш әйберҙәренә арналғаны күп.

Гимназия етәкселеге әйтеүенсә, бер быуатлыҡ юбилейға арналған саралар тик бының менән сикләнмәйәсәк. 100 йыллыҡҡа арнап асыҡ дәрестәр ҙә ойоштороу ҡаралған.

Лилиә Ғиззәтуллина, А. Гайдар исемендәге 47-се гимназияның уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары: “Балалар үҙҙәренең ижади эштәрен башҡаларға күрһәтә. Ата-әсәләр ҙә ҡатнаша. Был эштәр аша беҙ балаларҙа тыуған яҡҡа ҡарата һөйөү уятабыҙ”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Өфөнөң Аркадий Гайдар исемендәге 47-се гимназияһында республиканың 100 йыллығына арналған күргәҙмә асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста