Радий Хәбиров төбәктә 15 июнгә тиклем юлдарҙа төҙөкләндереү эшен тамамларға бойорҙо

Радий Хәбиров төбәктә 15 июнгә тиклем юлдарҙа төҙөкләндереү эшен тамамларға бойорҙо https://bash.news/news/92094_radij_xbirov_tbkt_15_iyung_tiklem_yuldara_tklndere_eshen_tamamlara_bojoro

Башҡортостанда юлдарҙағы соҡорҙарҙы ямау эше 15 июнгә тиклем тамамланырға тейеш. Оператив кәңәшмә барышында Радий Хәбиров дәүләт комитетына тейешле күрһәтмә бирә. Соҡорҙарҙы ямау буйынса мөһим эштәр 15 апрелдә башланасаҡ.

Радий Хәбиров төбәктә 15 июнгә тиклем юлдарҙа төҙөкләндереү эшен тамамларға бойорҙо
Радий Хәбиров төбәктә 15 июнгә тиклем юлдарҙа төҙөкләндереү эшен тамамларға бойорҙо

Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты етәксеһе Тимур Мөхәмәтйәнов һүҙҙәренсә, ағымдағы йылда һалҡын асфальт- бетон ҡатнашмаһын ҡулланып,юлдарҙа төҙөкләндереү эштәре 15 февралдә башлана. Мөһим эштәр 15 апрелдән башҡарыласаҡ. Ведомство төҙөкләндереүҙе 15 июнгә тиклем тамамларға күҙаллай.

Радий Хәбиров беренсе апрелгә тиклем республика буйынса юлдарҙы төҙөкләндереү буйынса берҙәм мобиль ҡушымта эшләргә кәрәклеге тураһында иҫкәртте. Төбәк Башлығы яңы программаны шәхсән һынап ҡараясаҡ.

Фото: Интернет

Спутник FM
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа