Радий Хәбиров Иглин районынан торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға июль уртаһына тиклем фатир асҡыстарын тапшырырға ҡушты

Радий Хәбиров Иглин районынан торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға июль уртаһына тиклем фатир асҡыстарын тапшырырға ҡушты https://bash.news/news/92150_radij_xbirov_iglin_rajonynan_torla_tlshnd_atnashyusylara_iyul_urtayna_tiklem_fatir_asystaryn_tapshyryra_ushty

Бындай бурыс үтәлеүен әле 65 өлөшсө көтә. Республика етәксеһе был турала бөгөнгө төҙөлөш сәғәтендә белдерҙе. Иглин районы төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашып алданыусылар иҫәбе буйынса республикала Өфө ҡала һәм районынан һуң өсөнсө урында килә. Барлығы 723 кеше.

Радий Хәбиров Иглиндә йорт төҙөгән өс проблемалы компания буйынса май уртаһына тиклем финанс схема әҙерләү бурысын ҡуйҙы. Ә бына "Союз-строй" ойошмаһы буйынса айырым ҡарар талап ителә, ул проект буйынса ҡаралған өс объекттың береһен дә төҙмәгән. Ә бына "Юлдаш" торлаҡ комплексында фатир алыусыларға асҡыстар июль уртаһында тапшырыласаҡ.

Төҙөлөш сәғәтендә проблемалы йорттар төҙөлөшөн тамамлау буйынса графикты үтәү кимәле лә тикшерелде. "Беренсе трест" төҙөлөш компанияһы иһә ваҡытында ярҙам ҡулы һуҙғаны сөн республика етәкселегеән рәхмәт еткерҙе. Төҙөлөш компанияһы лицензияһы тартып алынған "Роскомснабанк" менән эшләгән була. Радий Хәбиров был осраҡты артабан да күҙәтеп барыу бурысын ҡуйҙы.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Радий Хәбиров Иглин районынан торлаҡ төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларға июль уртаһына тиклем фатир асҡыстарын тапшырырға ҡушты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа