Башҡортостан 5-се тапҡыр Химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында йомғаҡлау этабында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә

Башҡортостан 5-се тапҡыр Химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында йомғаҡлау этабында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә https://bash.news/news/92233_bashortostan_5se_tapyr_ximiya_bujynsa_bt_rsj_olimpiadaynda_jomalau_etabynda_atnashyusylary_abul_it/?lang=bash
19 мар 2019, 23:03

Был юлы Өфөгә илдең төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу уҡыусы килгән. Ойоштороусылар әйтеүенсә, олимпиадалар мөһим әһәмиәткә эйә. Сөнки тап ошо ярыштарҙа иң көслө уҡыусыларға үҙәренең белем кимәлен баһалау мөмкинлеге бирелә, яңы бейеклектәргә этәргес яһала.

Сит илдәрҙә ойошторолған олимпидаларҙан айырмалы беҙҙәге бишәр битләп мәсьәләләр сисеүҙән азат, ул уҡыусыларҙың логик фекерләүен үҫтереүҙе маҡсат итеп ҡуя.

Валерий Лунин, Мәскәү дәүләт университетының химия факультеты деканы, жюри рәйесе: “Олимпиада заман мәғарифының кимәлен тотоп торусы төп фактор. Олимпидалар ойошторолмаһа белем биреү сифатын түбән тәгәрәр ине. Химия буйынса олимпиада бик үҙенсәлекле, уҡыусыларҙың эштәрен һорауҙарҙы әҙерләгән авторҙар үҙҙәре тикшерә. Һәр бер ҡатнашыусы менән айырым аралашабыҙ, йәғни шәхсән ҡараш формалашҡан”.

Өфөләге йомғаҡлау этабында илде төрлө төбәктәренән 200-ҙән ашыу уҡыусы үҙ көсөн һынай, улар илдең 51 төбәгенән йыйылған. Олимпиада 9, 10, 11 синыф уҡыусылары араһында бара. Иң ҙур делегация Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Татарстан Республикаһынан.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан 5-се тапҡыр Химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында йомғаҡлау этабында ҡатнашыусыларҙы ҡабул итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста