Сибай студенттары төп профессиянан тыш, халыҡ һөнәрҙәренә өйрәнә

Сибай студенттары төп профессиянан тыш, халыҡ һөнәрҙәренә өйрәнә https://bash.news/news/92336_sibaj_studenttary_tp_professiyanan_tysh_xaly_nrren_jrn/?lang=bash
20 мар 2019, 23:50

Урал аръяғында киң профилле белгестәр әҙерләнә. Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында студенттар төп профессия буйынса диплом алып сығыуҙан тыш, халыҡ һөнәрҙәренә лә өйрәнә. Тулыраҡ беҙҙең сайтта.

Теген әйберҙәрен эшкәртеү лабораторияһында күпселек осраҡта ҡыҙҙар шөғөлләнә. Бында ҡорамалар тегелә, панноларға милли нағыштар һалына. Туҡыу станогында балаҫ һуғыусылар ҙа боронғо шөғөлдө төплө итеп үҙләштергән, кейеҙ һуғыу студияһында ҡыҙҙар заманса эш алымдарына өйрәнә. Студенттарҙың диплом, курс эштәренән тупланған музей Сибай институтының айырым ғорурлығы. Музейҙа таштан эшләнгән сувенирҙар, милли нағыштар менән кейемдәр, йорт йыһаздары менән танышырға мөмкин.

Гүзәл Вәлиева, технология факультеты уҡытыусыһы, педагогия фәндәре кандидаты: “Беҙҙең институтта өс йүнәлешкә төплө иғтибар бүленә. Беренсенән беҙ Урал аръяғы мәктәптәре өсөн оҫта ҡуллы технология уҡытыусылары әҙерләйбеҙ. икенсе йүнәлеш: инженер-технологтар. Улар таштан матур әйберҙәр эшләй. Өсөнсө йүнәлеш, нефть һәм газ сәнәғәте өсөн әҙерләнә. Был музейҙа студенттарҙың курс һәм диплом эштәре”.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институты йәштәргә оло тормошҡа юл асыусы ла. Институтты тамамлағандан һуң 300-ҙән ашыу егет һәм ҡыҙ халыҡ шөғөлдәре буйынса эшҡыуарлыҡҡа тотонған. Уҡыу йортонда шулай уҡ ил, республика һәм таусылар ҡалаһы Сибайҙың тарихи үткәненә арналған музей ҙа булдырылған.

Лидиә Йәһүҙина, БДУ-ның Сибай институты студенты: “Был музейға беҙ кәрәкле материалдар табыр өсөн киләбеҙ. Илебеҙ тарихы, Сибай ҡалаһы хаҡында бай материалдар туплайбыҙ һәм фәнни эштәребеҙҙә ҡулланабыҙ”.

Сибай институтына нигеҙ һалыусы Зиннур Йәрмөхәмәтов тәҡдиме менән асылған музейҙа ҡаланы төҙөүсе уңғандарға, тырыш таусыларға, башҡорттарҙың этнографияһына, тормош-көнкүрешенә арналған бүлектәр бар.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында экспонаттарҙы студенттар үҙ ҡулдары менән йыйған. Улар араһында иң ҡәҙерле ҡомартҡы – Зәки Вәлидиҙең эш өҫтәле.

Институтта дүрт бейеү коллективы уңышлы эшләп килә. "Етегән”, "Сарматтар", "Эдельвейс" ансамблдәрендә 130-ҙан ашыу студент шөғөлләнә. "Сарматтар" былтыр "Байыҡ" телевизион конкурсында уңышлы сығыш яһап, Гран-при яулаған.

Семен Чернов, БДУ-ның Сибай институты директорының социаль һәм тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары: “Беҙҙең студенттарға дәрестәрҙән һуң, үҙҙәренең һөнәрҙәрен арттырыуға бөтә шарттар ҙа булдырылған. Бейеү буйынса ғына 4 коллектив эшләп килә. "Сармат" һәм "Етегән" дәр халыҡ бейеүҙәре ансамбле исеменә лайыҡ, "Эдельвейс" заман бейүеҙәре ансамбле өлгөлө исемен йөрөтә”.

Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында йәштәрҙе рухи һәм физик яҡтан үҫтереү ҙә иғтибар үҙәгендә. Волейбол командаһы иһә ҡала һәм төбәк кимәлендәге ярыштарҙа һәр ваҡыт призлы урындар яулай. Егет-ҡыҙҙар яңы спорт төрө - уҡтан атыу буйынса ла һынатмай. Был спор төрөн үҫтереү өсөн махсус зал асылған һәм ҡорамалдар һатып алынған. Буласаҡ нефть һәм газ сәнәғәте белгестәре, уҡытыусылар, юристар һәм менеджерҙар әҙерләүсе юғары уҡыу йортонда йәштәр төп профессияһынан тыш, өҫтәмә һөнәр алһын, оло тормошҡа ышаныслы аяҡ баҫһын өсөн бөтө шарттар тыуҙырылған.

Автор: Гүзәл Борханова.

Сибай студенттары төп профессиянан тыш, халыҡ һөнәрҙәренә өйрәнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста