Лилиә Ғүмәрова: «Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә»

Лилиә Ғүмәрова: «Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә» https://bash.news/news/92553_lili_mrova_bashortostan_rsj_tbktre_araynda_aldynylar_rtend
23 мар 2019, 18:58

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова Башҡортостан халҡын байрам менән ҡотланы. Уның фекеренсә, республикабыҙ Рәсәйҙең ҡалған төбәктәренән иҡтисад һәм социаль мәсьәләләр буйынса алда бара.

Лилиә Ғүмәрова «Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә»
Лилиә Ғүмәрова «Башҡортостан Рәсәй төбәктәре араһында алдынғылар рәтендә»

Лилиә Ғүмәрова Федерация Советында үткән Башҡортостан көндәрен дә уңышлы тип баһаланы. Презентация һуңында ҡабул ителгән ҡарар буйынса Башҡортостанда яңы балалар баҡсалары, юлдар, мәктәптәр төҙөләсәк.

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова: “Бөтә Башҡортостан халҡын ҙур, күркәм байрам менән ысын күңелдән ҡотлайым. Киләсәктә лә ҙур уңыштарға өлгәшербеҙ”.

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество