Өфөлә «BreakPoint» Бөтә Рәсәй форумы үтте

Өфөлә «BreakPoint» Бөтә Рәсәй форумы үтте https://bash.news/news/92679_fl_breakpoint_bt_rsj_forumy_tte/?lang=bash
25 мар 2019, 22:41

Йәш лидерҙар Өфөлә! Брикпоинт Бөтә Рәсәй форумына техник белгестәр һәм студенттар илдең төрлө төбәктәренән йыйылды. Форумда 15 спикер-эксперт сығыш яһаны. Бизнес әһелдәре менән танышыуҙан тыш, йәштәр үҙ һөнәрен оҫталыҡ дәрестәрендә лә күрһәтә алды. Һөҙөмтәләрҙән сығып, эшҡыуарҙар һәм компаниялар етәкселәре йәштәрҙе стажировкаға саҡырҙы.

Форумда ҡатнашыу бушлай. Кандидаттарҙан ни бары масус сайтта теркәү үтеп, махсус форманы тултырыу ғына кәрәк. Сара 400-ҙән ашыу егет-ҡыҙҙы берләштерҙе. БрикПоинт хәрәкәте эш башлау менән Рәсәйҙә меңдән ашыу студент эшкә урынлашҡан.

Роман Бигнов, Өфөлә Бөтә Рәсәй "Breakpoint" форумын ойоштороусы: “Өфөнән тыш, Стәрлетамаҡтан, Ырымбурҙан һәм башҡа ҡалаларҙан делегациялар бар. Был форумда йәштәргә үҫеш өсөн мөмкинлектәр киң. Бөтәһе лә теләктән һәм үҙеңде яҡшы яҡтан күрһәтеү теләгенән тора”.

Автор: Гүзәл Борханова.

Өфөлә «BreakPoint» Бөтә Рәсәй форумы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста