Миловка паркы торлаҡ комплексындағы өс йорт 1 июнгә файҙаланыуға тапшырыласаҡ

Миловка паркы торлаҡ комплексындағы өс йорт 1 июнгә файҙаланыуға тапшырыласаҡ https://bash.news/news/92687_milovka_parky_torla_kompleksynday_s_jort_1_iyung_fajalanyua_tapshyrylasa

Был тура бөгөн республика йортонда үткән "Төҙөлөш сәғәте"ндә билдәле булды. Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты етәкселеге Радий Хәбировҡа йорттарҙың юғары әҙерлек кимәлендә булыуын хәбәр итте. Ике аҙнанан комплекстағы тағы ике торлаҡ йорттоң файҙаланыуға тапшырыу ваҡыты аныҡланасаҡ.

Дөйөм алғанда төҙөлөшө оҙаҡҡа һуҙылған барлыҡ обьекттарҙа эштәрҙе теүәлләү буйынса план әлегә теүәл үтәлә. Эш барышындағы хоҡуҡи һәм иҡтисади мәсьәләр ыңғай хәл ителеп бара. Республика етәксеһе граждандар алдындағы йөкләмәләрҙе үтәү өсөн яуаплы хеҙмәткәрҙәрҙең иғтибарын билдәләнгән мөҙҙәткә эштәрҙе тамамлауҙың мөһимлегенә йәлеп итте.

Радий Хәбиров, Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы: «Если возникает проблема, при которой не хватает административных ресурсов, вы мне сообщайте, я дам сигнал, дело быстрее пойдет. Мы договорились по тем домам на 1 июня, значит, 1 июня».

Кәңәшмәлә ҡатнашыусылар Стәрлетамаҡ ҡалаһы өлөшсөләренең дә мәсьәләһен ҡараны. Әлегә өс обьектта эштәрҙе тамамлау ваҡыты билдәле. Иң мөһиме республика етәксеһенең ярҙамы менән төҙөлөштө тамамлауға финанс саралар ҙа табылды. Бөгөн "Сода" компанияһы маҡсатлы социаль программалар фондына 175 миллион һум күсерҙе. Республика менән килешеү нигеҙендә компания Башҡортостандың социаль өлкәһенә 3 миллиард ярым һум аҡса йүнәлтергә ниәтләй.

Миловка паркы торлаҡ комплексындағы өс йорт 1 июнгә файҙаланыуға тапшырыласаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна