Рәсәйҙә айырым һөнәрҙәр буйынса белгестәр етешмәй. Шуға бәйле Мәғариф һәм юғары белем биреү министрлығы уҡыу йорттарында бюджет урындарын арттырыу тураһында ҡарар ҡабул иткән.
Сәнғәт һәм мәҙәниәт, математика, һаулыҡ һаҡлау йүнәлештәре буйынса белгестәр күберәк әҙерләнәсәк. Киләһе уҡыу йылында Рәсәй ВУЗдарында 500 меңгә яҡын бюджет урыны бүленә.