Өфө балалар тимер юлының уҡыу корпусы яңы тренажер комплекстар һәм 3д ҡорамалдар менән тулыланды

Өфө балалар тимер юлының уҡыу корпусы яңы тренажер комплекстар һәм 3д ҡорамалдар менән тулыланды https://bash.news/news/92959_f_balalar_timer_yulyny_uyu_korpusy_yay_trenazher_komplekstar_m_3d_oramaldar_menn_tulylandy/?lang=bash
28 мар 2019, 22:55

Урында тепловоз менән идара итеү схемаһы, светофор сигнализацияһы системаһы, рельстарҙың етешһеҙлектәренә бәйле макеттар менән танышырға мөмкин. Заман талаптарына ярашлы йыһазландырылған кластарҙа 350 мәктәп уҡыусыһы "Йәш тимер юлсы" курсын үтә. Уларҙың 65-е быйыл таныҡлыҡ аласаҡ.

Иң яҡшы тыңлаусылар маҡсатлы йүнәлтмә менән Өфө тимер юлы техникумына ебәрелә. Әлегә үҫмерҙәр теория буйынса белемен камиллаштырған, 1 июндән 31 августҡа тиклем улар Яҡутов исемендәге парктың станцияларында күсмә составта практика үтәсәк. Баш ҡаланың балалар тимер юлы 1953 йылдан алып уңышлы эшләп килә. Тарихи мәғлүмәттәр, архив материалдар урындағы музейҙа һаҡлана. Быйыл кабинет Һамарҙан килтерелгән ҙур тимер юлы макеты менән дә байытыла.

Рамаҙан Ғазин, "Йәш тимер юлсы" курсы тыңлаусыһы: “Бында бишенсе йыл уҡыйым. Өфө тимер юлы техникумына барырға хыялым. Машинист булырға хыялым. Поезда йөрөргә яратам”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфө балалар тимер юлының уҡыу корпусы яңы тренажер комплекстар һәм 3д ҡорамалдар менән тулыланды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста