Башҡорт энциклопедияһының етенсе томы донъя күрҙе

Башҡорт энциклопедияһының етенсе томы донъя күрҙе https://bash.news/news/93039_bashort_enciklopediyayny_etense_tomy_donya_kre/?lang=bash
29 мар 2019, 22:29

Ошо уңайҙан китаптың исем туйы үтте. Яңы том өҫтөндә эш тиҫтә йыл самаһы дауам итә. Үҙенә күрә ҙур күләмле хеҙмәт булып тора. Сөнки энциклопедияны сығарыуҙа төрлө өлкә фән белгестәре ҡатнаша. Материалдар тарихи факттарҙан тыш, төҫлө һүрәттәр менән дә байытылған.

Рус варианты менән сағыштырғанда, был томдағы мәҡәләләргә өҫтәмә мәғлүмәттәр индерелгән, Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси тормошонда, иҡтисад һәм мәҙәниәтендә булған үҙгәрештәр сағылыш тапҡан.

Миңһылыу Усманова, филология фәндәре докторы: “Нисә томлыҡ булһа ла һәр саҡ сетерекле мәсьәләләр килеп сыға. Телсе булараҡ, был өлкәлә тулыһынса эшләнмәгән урындарҙы күрҙем. Быны киләсәктә ҡарарға һәм ҡабул итергә кәрәк”.

Автор: Азат Ғәлиуллин.

Башҡорт энциклопедияһының етенсе томы донъя күрҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста