Ағиҙел ҡалаһында айти-үҫеш үҙәге асылды

Ағиҙел ҡалаһында айти-үҫеш үҙәге асылды https://bash.news/news/93062_aiel_alaynda_ajtiesh_ge_asyldy/?lang=bash
30 мар 2019, 22:05

Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе балалар һәм үҫмерҙәр роботтар, заманса конструкциялар һәм осоу ҡоролмалары төҙөй башлаясаҡ. Башҡортостандың 100 йыллыҡ юбилейы айҡанлы ҡалала АЙТИ-үҫеш үҙәге һәм балалар технопаркы асылды. Йәш инженерҙарҙы ҡотларға Мәскәүҙән һәм Өфөнән дә ҡунаҡтар саҡырылды.

Урындағы халыҡ был күркәм ваҡиғаны көтөп алды. Үҫмерҙәргә яңы технологияларҙы ҡулланырға өйрәтәсәк уҡытыусылар үҙҙәре махсус әҙерлек үткән.

Эльвира Маркова, Ағиҙел ҡалаһының 1-cе мәктәбе директоры урынбаҫары: “Беҙ электрон белемде камиллаштырыу буйынса Рәсәй кимәлендә уҙғарылған конкурста ҡатнаштыҡ. Был ярышта беҙҙең мәктәбебеҙ еңеүсе тип табылды һәм беҙгә 1 миллион һәм һәм грант бүленде. Мәктәпкә ярҙам итергә теләгән бағыусылар тағы ла 120 мең һум аҡса өҫтәне”.

Ағиҙел ҡалаһының 2-се һанлы мәктәбендә асылған «Савитар» технопаркында, балалар роботтар проектын эшләй башлаясаҡ. Малай-ҡыҙҙар үҙҙәре уйлап сығарған АЙТИ-ҡоролмаларына студияла тауыш яҙҙырыу мөмкинлеге бар. Балалар ижад иткән графиканы һыҙыр өсөн иң алдынғы компьютер программалары ҡаралған. Өлкәндәр, Ағиҙелдә һәләтле балалар бик күп, шуға технопаркта шөғөлләнеүселәр күп булыр тип өмөтләнә.

Рима Баталова, Рәсәй Дәүләт Думаһы дупутаты: “Ағиҙел ҡалаһында йәшәүсе балалар өсөн бөгөн шундай яҡшы мөмкинлек тыуҙы - улар бәләкәйҙән үк технопаркка йөрөй башлай. Ағиҙелдә, ихлас, асыҡ күңелле кешеләр. Ҡала үҫеше өсөн бик ҡыуанам”.

Автор: Флорида Ким.

Ағиҙел ҡалаһында айти-үҫеш үҙәге асылды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста