Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары туған телде өйрәнеү мәсьәләһенә иғтибар итте

Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары туған телде өйрәнеү мәсьәләһенә иғтибар итте https://bash.news/news/93081_keshe_xoutary_bujynsa_sovet_azalary_tuan_telde_jrne_mslen_itibar_itte/?lang=bash
30 мар 2019, 23:33

Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары бер нисә уҡыу йортонда дәүләт теле булараҡ башҡорт теленең бөтөнләй иңҡар ителеүен күреп хоҡуҡтарҙың боҙолоуын билдәләне. Республика етәксеһе лә ил баш ҡалаһынан килгән ҡунаҡтарҙан был фекерҙе көтмәгәйне. Ғәҙәттә беҙҙе саманан тыш баҫым яһап уҡытаһығыҙ тип шелтәләйҙәр, ә һеҙ, киреһенсә, ныҡышмалыҡ етмәй тип аптыраттығыҙ, тине Радий Хәбиров.

Дөйөм Рәсәй күләмендә алғанда совет ағзалары Башҡортостанда кеше хоҡуҡтары менән хәл тотороҡло ҡала тип билдәләне. Әммә дәүләт нисек кенә үҫешкән булмаһын кеше хоҡуҡтарына бәйле мәсьәлә тулыһынса хәл ителгән тип әйтеп булмай. Тиҙҙән илдә шәхес мәнфәғәтен яҡлау буйынса милли программа барлыҡҡа киләсәк һәм Башҡортостан уны тормошҡа ашырыу буйынса тәжрибә төбәктәренең береһе буласаҡ . Ә күтәрелгән мәсьәләләр хәл ителәсәк. Башҡаса мөмкин түгел, тине Радий Хәбиров.

Автор: Айнур Кәбиров.

Кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары туған телде өйрәнеү мәсьәләһенә иғтибар итте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста