Башланғыс кластар 5 көн уҡый

Башланғыс кластар 5 көн уҡый https://bash.news/news/93136_bashlanys_klastar_5_kn_uyj
01 апр, 15:53

Бөгөндән 1-4 кластар яңы уҡытыу системаһына күсте. “Мәсьәлә буйынса ата-әсәләр менән фекер алыштыҡ. Тәҡдим хуплау тапты”, - ти Баймаҡ районы мәғариф бүлеге етәксеһе Илдус Зәйнуллин.

Башланғыс кластар 5 көн уҡый

Башланғыс кластар 5 көн уҡый
Башланғыс кластар 5 көн уҡый

1 класс уҡыусылары барыһы ла биш көнлөк уҡыу аҙнаһында ине. 5-11 класс уҡыусыларын беренсе сентябрҙән ҡарайбыҙ. Ата-әсәләр менән, норматив документтарҙы тәртипкә килтереү буйынса эш алып барыла.

Илдус Зәйнуллин, Баймаҡ районы мәғариф бүлеге етәксеһе

“Биш көнлөк уҡытыу тәжрибәһе бар. Башланғыс кластарҙы был системаға күсереүҙә ҡыйынлыҡтар булманы”, - ти Бөрйән районы мәғариф бүлеге етәксеһе Ришат Шәрипов.

Башланғыс кластар 5 көн уҡый

1 сентябрҙән республикалағы бөтә мәктәптәр биш көн уҡытыуға күсә.

Бындай башланғыс менән Республика етәксеһе Радий Хәбиров сыҡты.

Юлдаш
Новости партнеров
Афиши территория роста