Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ

Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ https://bash.news/news/93435_strlebash_rajonyny_syarylysh_sinyf_uyusylary_berm_dlt_imtixanyn_mktptrend_tapshyrasa/?lang=bash
04 апр 2019, 22:38

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ. Был проблема бөгөн тәүге тапҡыр ойошторолған Мәғариф сәғәтендә күтәрелде.

Республиканың Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин билдәләүенсә, былтыр Стәрлебаш районы үҙәгендә ойошторолған имтихан мәлендә тәртип боҙоуҙарға юл ҡуйылған. Һөҙөмтәлә һигеҙ уҡыусының билдәһе юҡҡа сығарылып, имтихан ҡабул итеү пунктын ябырға тура килгән.

Шуға ла быйылғы сығарылыш уҡыусылары БДИ-ны күршеләге Федоровка районында тапшырырға тейеш булған. Әммә Башҡортостан етәксеһе бындай ҡарар менән килешмәне.

Автор: Илдар Байбулатов.

Стәрлебаш районының сығарылыш синыф уҡыусылары Берҙәм дәүләт имтиханын үҙ мәктәптәрендә тапшырасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста