Башҡортостанда мәғариф сәғәте үткәрелде

Башҡортостанда мәғариф сәғәте үткәрелде https://bash.news/news/93596_bashortostanda_marif_ste_tkrelde/?lang=bash
07 апр 2019, 01:25

Был аҙнала тәүге тапҡыр Мәғариф сәғәте ойошторолдо. Һорауҙар ысынлап та күп. Уҡытыу аҙнаһын биш көнлөк итеп ҡалдырыу тураһында ҡарар сығыу менән был өлкәлә һорауҙар тағы артты. Әммә, республика етәкселегенең позицияһы ҡәтғи – бер фәнгә лә хилафлыҡ килтермәй биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү.

Хәйер, хәлдең оҙаҡламай ҡырҡа үҙгәреүенә өмөт ҙур. Республика етәксеһе был бинала велосипед спорты менән шөғөлләнеү үҙәге төҙөргә тәҡдим итә. Был ҡарарын ул күптән түгел генә Рәсәйҙең велоспорт федерацияһы президенты Вячеслав Екимов менән осрашыуҙа белдерҙе. Йәғни, бер атыуҙа ике ҡуян. Спорт та үҫәсәк, яңы ФАП та барлыҡҡа киләсәк. Әйткәндәй, ошондай ныҡышмаллыҡ менән республиканың һаулыҡ һаҡлау өлкәһендә алға китеш күҙәтелә. Медицина Инцидент менеджмент системаһына килгән мөрәжәғәттәр, ялыуҙар һаны буйынса беренсе урында торһа, әле дүртенсе баҫҡысҡа төшкән.

Уның ҡарауы, белем биреү өлкәһенә дәғүә белдереүҙәр арта, күрәһең. Был аҙнала тәүге тапҡыр Мәғариф сәғәте ойошторолоу ҙа ошоға ишара. Һорауҙар ысынлап та күп. Уҡытыу аҙнаһын биш көнлөк итеп ҡалдырыу тураһында ҡарар сығыу менән был өлкәлә һорауҙар тағы артты. Әммә, республика етәкселегенең позицияһы ҡәтғи-бер фәнгә лә хилафлыҡ килтермәй биш көнлөк уҡыу аҙнаһына күсеү.

Уҡыу йылының һуңғы сиреге яңы режимда башлана, башланғыс синыфтар биш көнлөк уҡыуға күсә. Хәҙер яратҡан шөғөлдәргә лә, ғаилә менән ял итергә лә ваҡыт етерлек. Мәктәптә лә төрлө тематик саралар ойоштороу ҡаралған. Яңы система 32 шәмбене бушата.

Әле республика мәктәренең 60 проценты биш көнлөк уҡыуға күскән, был 278 мең бала. Йәғни, ошо мәғариф учреждениелары программаға үҙгәрештәр индереп өлгөргән. Радий Хәбиров был аҙнала үткән тәүге мәғариф сәғәтендә, бар белем усаҡтары ла биш көнлөккә мотлаҡ күсереләсәк, тип белдерҙе.

Белгестәр уҡыу теҙмәһенән бер дәрес тә юғалмаясаҡ тип ышандыра. Әммә туған теле уҡытыусылары борсолоу белдерә, көндәрҙең ҡыҫҡарыуынан уларҙың предметы зыян күреүе ихтимал. Әле үк ҡайһы бер мәктәптәрҙә башҡорт теленең түңәрәк кенә булып ҡаласағы хаҡында имеш-мимештәр йөрөй. Ә республика уҡыу йорттарында башҡорт телен дәүләт теле булараҡ инҡар итеү күренеше юҡ түгел. Был турала күптән түгел Башҡортостанға эш сәфәре барышында кеше хоҡуҡтары буйынса совет ағзалары ла белдергәйне. Мәскәү белгестәре фекеренсә, беҙҙә ныҡышмалылыҡ етешмәй. Был һүҙҙәр Республика етәкселеген дә ғәжәпләндерҙе.

Милли телдәрҙе уҡытыу менән бәйле башҡа мәсьәләләр ҙә бар, улар бөтәһе лә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1 Бөтә Рәсәй съзында ҡаралыр тип көтөлә. Форум апрель башында, Өфөлә уҙа. Унда Башҡортостанда һәм ил төбәктәрендә башҡорт телен өйрәнеү, һаҡлау, үҫтереү һорауҙары ҡараласаҡ. Сарала Рәсәй төбәктәренән һәм сит илдәрҙән делегаттар ҡатнаша.

Съезға әҙерлек башланды ла инде. Мәҫәлән, Әбйәлил районында делегаттар һайлау буйынса тәүге ултырыш үтте. Уҡытыусылар абруйлы форумға ҙур өмөттәр бағлай.

Съезд һөҙөмтәләре буйынса туған телдәрҙе уҡытыу буйынса республика концепцияһы ҡабул ителәсәк. Белгестәр фекеренсә, был документ милли телдәрҙе уҡытыу мәсьәләһенә асыҡлыҡ индереп аныҡ талаптар ҡуясаҡ.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостанда мәғариф сәғәте үткәрелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста