Республиканың төҙөлөш һөм архитектура буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Өфөнөң оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш объекттарының хәл-торошо менән танышты

Республиканың төҙөлөш һөм архитектура буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Өфөнөң оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш объекттарының хәл-торошо менән танышты https://bash.news/news/93862_respublikany_tlsh_m_arxitektura_bujynsa_dlt_komitety_vkildre_fn_oaa_uylan_tlsh_obekttaryny_xltorosho_menn_tanyshty

Оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөштәр иғтибар үҙәгендә. Республиканың төҙөлөш һөм архитектура буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Өфөнөң "Серебрянный ручей" һәм "Миловка паркы" торлаҡ комплекстарындағы эштәр барышы менән яҡындан танышты. Бында әле бер нисә йорт файҙаланыуға тапшырыуға әҙерләнә.

"Серебрянный ручей" торлаҡ комплексының Дағстан урамындағы 9-сы һанлы йорто тәүлек әйләнәһенә видеокүҙәтеү ҡоролмаһы иғтибарында. Оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөштө алданған өлөшсөләр телефондары аша даими күҙәтә.

Байрас Багаев, өлөшләтә төҙөлөштә ҡатнашыусы: “Йорттар бөтөнләй эшләнмәй ине. Бөгөн бына килер алдынан кешеләр ӘЛЛӘ ҠАЙҘАН килеп сыға башланы. Күрше йортта он-лайн камера тора. Иртәнге 9-ҙан 10 тиклем ни бары 6 кеше килде эшкә”.

Төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре әйтеүенсә 9-сы һәм 10-сы йорттарҙа төҙөлөш тамамланыу алдында. Эштәрҙең күп өлөшө әле эске биҙәкләү менән бәйле.

Владимир Макин, электрик: “Тиҙҙән подъезд электр селтәренә тоташтырыла. Лампочкалар янасаҡ, розеткалар ҙа эшләйәсәк. Бер ай эсендё ике подъеда эштәрҙе теүүәлләрбеҙ тип уйлайым”.

9-сы һәм 10-сы йорттарҙа эштәрҙе тамамлауға яҡынса 60 миллион һум аҡса талап ителә. Төҙөлөш буш торған биналарҙы һатыуға сығарыу иҫәбенә башҡарыла. Әле ойошма вәкилдәре башҡа йорттарҙы күтәреүгә аҡса табыу мәсьәләһен хәл итә. Проект финанслауын асыу мөмкинлеге лә ҡарала.

Артём Арефьев, "Рассвет" компаниялар төркөмөнөң матбуғат секретары: “Бер аҙна эсендә төҙөлөш майҙанына өҫтәлмә рәүештә биҙәкләүселәр бригадаһын сығарабыҙ. Улар эштәрҙе тағы ла йәнләндереп ебәрер. Биҙәкләүселәр төркөмө генә 25 кешенән тора. Улар эштәр тамамланғансы был урында ҡаласаҡ”.

"Миловка паркы"нда газ селтәренә тоташтырыу эштәре башланып тора. Зәңгәр яғыулыҡ, тимәк, йылылыҡ та тәү сиратта юғары әҙерлек кимәлендәге йорттарға биреләсәк. Оҙайлы ҡыштан биналарҙы киптереп биҙәкләү эштәрен башлау күҙаллана.

Григорий Невоструев, Башҡортостан төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары: “10-сы квартал буйынса финанслау тиҙҙән асыла. 5-се кварталдың 2 йорто буйынса аҡсалар икенсе этапҡа ҡала, сөнки уларҙың әҙерлек кимәле түбәнерәк. Дөйөм алғанда уларға беҙҙең юл картаһы буйынса аҡса бар. Әммә 8-се һәм 9-сы кварталдарҙа был объекттарҙа эшләүсе подрядсы ойошма менән һөйләшеү алып барыла”.

"Миловка паркы" янында "Йәштәр" биҫтәһе күтәрелә. Күп ҡатлы дүрт йортта эштәр йылдам бара. Августҡа тамамлап, дәүләт комиссияһы ҡарамағына тапшырыу күҙаллана. Уларға 4-се һәм 11-се кварталдың өлөшсөләрен күсереү тәҡдим ителә. Әле документтар ҡабул итеү башланған да инде.

Автор: Рафиҡ Әхмәтшин.

Республиканың төҙөлөш һөм архитектура буйынса дәүләт комитеты вәкилдәре Өфөнөң оҙаҡҡа һуҙылған төҙөлөш объекттарының хәл-торошо менән танышты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество