Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1-се Бөтә Рәсәй съезы эш башланы

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1-се Бөтә Рәсәй съезы эш башланы https://bash.news/news/93963_bashort_tele_m_bite_uytyusylaryny_1se_bt_rsj_sezy_esh_bashlany/?lang=bash
12 апр 2019, 00:13

Сарала республика мәктәптәре педагогтарынан тыш, Санкт-Петербургтан Ханты-Манси автономиялы округына тиклем Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән вәкилдәр ҡатнаша. Форумға 600-ҙән ашыу делегат килгән. Съезд "Торатау" конгресс-холында асылды. Тантанан һуң делегаттар Өфө мәктәптәрендә оҫталыҡ дәрестәре ҡараны.

1б синыфында һәр иртә саф башҡорт телендә сәләмләшеүҙән башлана. Әле балалар математика дәресендә. Уҡыусылар "Мобиль класс" программаһы менән шөғөлләнә. Һәр береһенең планшеты бар. Уҡытыусы теманы аңлатҡас, балаларҙың белемен компьютер аша тикшерә ала.

Динара Латипова, Фатима Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһы уҡытыусыһы: “Мобиль кластың планшеттарында бөтә биремдәр башҡортса. Бөтә фәндәр башланғыс мәктәптә башҡортса уҡытыла”.

Фатима Мостафина исемендәге 20-се гимназияның башланғыс синыфтарыңды бөтә фәндәр башҡортса уҡытыла. Съезда ҡатнашыусылар бер нисә класта оҫталыҡ дәресен ҡараны. 3 синыф уҡыусылары "Я класс" сайтында ҡаҙанған уңыштарын күрһәтте. Башҡорт телен өйрәнеүҙә һанлы белем биреү мөхитен булдырыу-

съезда был темаға айырым майҙансыҡ бағышлана. Уҡытыусылар эш тәжрибәһе менән уртаҡлашасаҡ.

Гөлшат Ғәбитова, Өфөнөң 7-се урта мәктәбе уҡытыусыһы: “Күбеһе шул түңәрәктәргә түләп йөрөй. Ә мин дәрестәремдә ҡулланам. Дәрескә балалар теләп йөрөйҙәр”.

Съезды асыу тантанаһында Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин әйтеүенсә, республикала башҡорт телен 2400 педагог уҡыта, 36 әсбап федераль исемлеккә индерелгән. Республика башҡа төбәктәрҙәге башҡорт теле уҡытыусыларын иғтибарынан ташламай.

Әлфиә Агишева, Ырымбур өлкәһе Александровка районы Иҫәнгилде мәктәбе уҡытыусыһы: “Башҡортостан беҙгә китаптар ебәреп тора. Интернет ресурстар менән актив ҡулланабыҙ”.

Съезда 7 майҙансыҡ эшләйәсәк. Шуларҙың береһе-туған телде һәм милли йолаларҙы һаҡлауҙа ғаиләнең роле. Делегаттар ата-әсәләргә методик ярҙам күрһәтеү һәм башҡорт телен һайлауға мотивация булдырыу тураһында ла фекер алышасаҡ. Мәҫәлән, Өфөлә саф башҡорт 10 балалар баҡсаһы бар, унда 78 төркөм эшләй.

Зәкиә Нафиҡова, Башҡортостандың мәғарифты үҫтереү институты доценты: “Баҡсаларҙа башҡорт төркөмдәре асам тип тырышып йөрөгән ата-әсәләр юҡ. Программаларҙы яңыртыуу буйынса эшебеҙ ҙә әле тормошҡа ашмай. Шулай ҙа, халыҡтың ынтылышы һиҙелә”.

Форумда 5 көнлөк уҡыу режимына күсеү үҙенсәлектәре, туған телдәрҙе уҡытыу күләмен һаҡлау, лингвистик мәктәптәр ойоштороу, башҡорт телен һанлаштырыу, телде өйрәнеүҙә күсәгилешлекте тәьмин итеү кеүек мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Автор: Миңзиә Каспранова.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының 1-се Бөтә Рәсәй съезы эш башланы

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста