Башҡорт телен уҡытыу заманса булырға тейеш

Башҡорт телен уҡытыу заманса булырға тейеш https://bash.news/news/93991_bashort_telen_uytyu_zamansa_bulyra_tejesh
12 апр, 11:15

Шулай тип белдерҙе Республика етәксеһе Радий Хәбиров. Ул Бөтә Рәсәй башҡорт теле уҡытыусылары съезында сығыш яһаны.

Башҡорт телен уҡытыу заманса булырға тейеш

Башҡорт телен уҡытыу заманса булырға тейеш
Башҡорт телен уҡытыу заманса булырға тейеш

Һеҙҙең менән бергә бер нисә һорауға яуап табырға кәрәк. 1-се һорау - беҙгә нисек балаларҙы башҡорт теленә өйрәтергә. 2- се һорау - нисек башҡорт телен өйрәтеүҙе методикала ябай итергә. 3-сө һорау - нисек башҡорт телендә һөйләшеүҙе модалы итергә. Был ҙур эште бергә эшләргә кәрәк.

Радий Хәбиров, Республика етәксеһе

Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин башҡорт телен уҡытыу буйынса ошондай тәҡдим ишеттерҙе.

Башҡорт телен уҡытыу заманса булырға тейеш

Айбулат Хажин, Мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы :

- Бөгөн һәр кем туған телендә уҡый ала. Рус, инглиз телдәрен ныҡлап өйрәтеүсе мәктәптәр кәрәк. 2024 йылға тиклем Республика етәксеһе 12 лингвистик гимназия асырға тәҡдим итте. Балалар телдәрҙе өйрәнһен тиһәк, уларҙың ҡыҙыҡһыныуын арттырырға яңы саралар кәрәк. Уның өсөн телдәрҙе уҡытыу методикаһын камиллаштырыу мөһим.

Радий Хәбиров бер төркөм педагогтарға “Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы” тигән маҡтаулы исемдәр тапшырҙы. Съезда фекер алышыу майҙансыҡтары асылған. Унда башҡорт телен дәүләт теле булараҡ уҡытыу, заман технологияларын ҡулланыу мәсьәләләре ҡарала.

Фотоһүрәт : "Башинформ" мәғлүмәт агентлығы сайтынан алынды.

Юлдаш
Новости партнеров
Афиши территория роста