Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан яңы энциклопедия донъя күрҙе

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан яңы энциклопедия донъя күрҙе https://bash.news/news/94288_bashortostandy_100_jyllyy_uajynan_yay_enciklopediya_donya_kre/?lang=bash
16 апр 2019, 22:55

Ике меңгә яҡын мәҡәләне үҙ эсенә алған баҫмала мәғлүмәт рус һәм инглиз телдәрендә бирелгән. Республиканың үткәне, бөгөнгөһө тасуирланған китапта иҡтисад, сәйәсәт, мәҙәниәт, мәғариф, экологияға ҡағылышлы материалдар менән танышырға мөмкин. Энциклопедия фотоһүрәттәр, карта, графика менән байытылған.

Айгөл Әхмәҙиева, китап магазины директоры: “Бер китиапҡа ғына ете томлыҡ энциклопедияның мәғлүмәте индерелгән тип әйтергә була һәм ул иллюстрацияланған. Ижтимағи сәйәсәт буйынса энциклопедия. Шуның өсөн был китап район хакимиәттәрендә лә өҫтәл китабы булып ятасаҡ тип уйлайым”.

"Башҡортостан энциклопедияһы" ғилми-нәшриәт комплексы коллективы республикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына һәм "Апимондия" халыҡ-ара конгрессына ла яңы баҫмалар әҙерләй. Инглиз телендә донъя күрәсәк китаптар сит ил ҡунаҡтарында ҙур ҡыҙыҡһыныу уятыр тип көтөлә.

Уйылдан Сәйетов, "Башҡорт энциклопедияһы" ғилми-нәшриәт комплексы генераль директоры: “Башҡортостан халыҡтарының фольклорына арналған энциклопедияны сығарасаҡбыҙ инглиз телендә. Унан һуң "Башҡорт балы" тигән китап әҙерләйәсәкбеҙ. Уныһы русса, башҡортса һәм инглиз телендә сығасаҡ. Был беҙҙең тәүге уңышыбыҙ”.

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан яңы энциклопедия донъя күрҙе

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста