Бөгөн Татарстандың бер төркөм яҙыусылары Өфөнөң 84-се татар гимназияһы уҡыусылары менән осрашты

Бөгөн Татарстандың бер төркөм яҙыусылары Өфөнөң 84-се татар гимназияһы уҡыусылары менән осрашты https://bash.news/news/94392_bgn_tatarstandy_ber_trkm_yayusylary_fn_84se_tatar_gimnaziyay_uyusylary_menn_osrashty
17 апр 2019, 22:52

Баш ҡаланың Сипайлово биҫтәһендә 1987 йылда төҙөлгән белем усағы 17 йыл элек татар гимназияһы итеп үҙгәртелә. Әлеге көндә бында 1 мең 300 бала белем ала, 51 синыфтың яртыһынан күбеһе татар телен туған тел булараҡ өйрәнә.

Педагогтар әйтеүенсә, мәғариф учреждениеһында телде өйрәнеү өсөн бөтә шарттар тыуҙырылған, балалар төрлө кимәлдәге олимпиадаларҙа даими ҡатнаша, еңеү яулай. Бынан тыш, тиҫтәләгән ижади түңәрәктәр эшләп килә, уҡыусылар ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, милли-мәҙәни хазиналарҙы өйрәнә.

Драма, бейеү, йыр түңәрәктәре яңынан-яңы еңеүҙәре менән һөйөндөрөп тора. Бөгөн балалар татар телен, әҙәбиәтен, мәҙәнитен белеү кимәлен ҡунаҡтарға ла күрһәтте. Татарстан яҙыусылары фекеренсә, гимназияла уҡытыу юғары кимәлдә ҡуйылған. Яһалмалыҡты шунда уҡ һиҙергә мөмкин, ә бында уҡыусылар ысын күңелдән, ихлас сығыш яһай, ти Татарстан яҙыусылар берлегенең идара рәйесе Данил Сәлихов.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Бөгөн Татарстандың бер төркөм яҙыусылары Өфөнөң 84-се татар гимназияһы уҡыусылары менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Свадьба наизнанку
26 мая