Татарстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә бер төркөм педагогтар Өфөнөң 65-се татар гимназияһында булды

Татарстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә бер төркөм педагогтар Өфөнөң 65-се татар гимназияһында булды https://bash.news/news/94480_tatarstan_mnite_kndre_siktrend_ber_trkm_pedagogtar_fn_65se_tatar_gimnaziyaynda_buldy/?lang=bash
18 апр 2019, 23:02

Күрше республиканың мәғариф һәм фән министры Рәфис Борғанов етәкселегендәге делегацияны уҡыусылар милли йолалар менән ҡаршы алды. Ҡунаҡтар белем усағы эшмәкәрлеге менән ентекләп танышты. Һәр бүлмә мультимедиялы ҡорамалдар менән тәьмин ителгән, уҡыу әсбәптарына ҡытлыҡ күҙәтелмәй.

Сирек быуат самаһы элек асылған гимназияла бөгөн 500-ҙән ашыу бала белем ала. Делегация вәкилдәре билдәләүенсә, гимназия белем биреү сифаты буйынса Ҡазан коллегаларынан ҡалышмай. Шуға ҡарамаҫтан тәжрибә уртаҡлашыу ике яҡ өсөн дә файҙалы булыр тигән уртаҡ фекергә килде.

Автор: Илдар Байбулатов.

Татарстан мәҙәниәте көндәре сиктәрендә бер төркөм педагогтар Өфөнөң 65-се татар гимназияһында булды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста