Тарих фәндәре докторы, профессор Ирек Аҡмановҡа 85 йәш

Тарих фәндәре докторы, профессор Ирек Аҡмановҡа 85 йәш https://bash.news/news/94554_tarix_fndre_doktory_professor_irek_amanova_85_jsh/?lang=bash
19 апр 2019, 22:34

Башҡорт ихтилалдары тураһында тарихи дөрөҫлөктө асыусы. Тарих фәндәре докторы, профессор Ирек Аҡмановҡа 85 йәш. Билдәле ғалимдың юбилейына бәйле Башҡорт дәүләт университетында ғилми-ғәмәли кәңәшмә үтте.

Профессор Аҡмановты Рәсәй һәм Башҡортостан үткәнен өйрәнеүсе билдәле ғалим булараҡ беләләр. Уның төп хеҙмәттәре 16-18 быуаттарҙа илебеҙ тарихында булған ваҡиғаларға арналған. Ғалим тәүгеләрҙән Урал һәм Волга буйы халыҡтарының 18-19 быуаттарҙағы күтәрелеше темаһына мөрәжәғәт итте. Совет осоронда башҡорт ихтилалдары темаһына тотоноу - асыш ҡына түгел, ә ҡыйыу аҙым да, тип билдәләй хеҙмәттәштәре. Ирек Ғайса улы Рәсәй тарихы өсөн башҡорт восстаниеларының әһәмиәтен аныҡ билдәләгән. Аҡмановтың тикшеренеүҙәре Рәсәй тарихы фәнендә лә хуплау тапҡан, әсбаптарҙа башҡорт ихтилалдары уның концепцияһына ярашлы тасуирлана.

Марат Ҡолшәрипов, Тарих фәндәре докторы, профессор: “Совет фәнендә башҡорт ихтилалдары-реакцион күренеш тигән фекер бар ине, 50-се йылдарҙа уҡ Ирек Ғайсович-ихтилалдарҙы-халыҡ көрәше тип яҡлап сығыш яһаны”.

Ирек Ғайса улы тарих факультетын үҫтереүгә, кадрҙар әҙерләүгә лә күп көс һалған шәхес. Уның тырышлығы менән Башҡорт дәүләт университетында тарихи фәндәр буйынса диссертация советы ойошторолған. Был советта 160-тан ашыу фәнни хеҙмәт яҡланған, уларҙың 14-е докторлыҡ диссертацияһы.

Рәсих Зәйтүнов, Тарих фәндәре кандидаты: “Беҙ, йәш быуын тарихсылары, Башҡортостан тарихы буйынса эҙләнеүҙәрҙе дауам итәбеҙ”.

Автор: Миңзиә Каспранова.

Тарих фәндәре докторы, профессор Ирек Аҡмановҡа 85 йәш

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Афиши территория роста