Өфөнөң «Миловка паркы» торлаҡ комплексы йорттарында төҙөлөш эштәре тергеҙелде

Өфөнөң «Миловка паркы» торлаҡ комплексы йорттарында төҙөлөш эштәре тергеҙелде https://bash.news/news/94866_fn_milovka_parky_torla_kompleksy_jorttarynda_tlsh_eshtre_tergeelde

Республика етәкселеге ярҙамы менән 1 июлгә тиклем 3 йорт сафҡа инер тип күҙаллана. Әммә ремонтты фатир хужаларына үҙҙәренә эшләргә тура киләсәк.

"Миловка паркы"да төҙөлөш эштәренең ҡыҙған мәле. Эшселәр түшәмдәрҙе тигеҙләп, иҙән-стеналарҙы тәртипкә килтерә. Күптән түгел йортҡа зәңгәр яғыулыҡ үткәрелгән.

Төҙөлөш туҡтатылған йорт хужалары уларҙың фатирҙарында ла тиҙҙән эш башланыр тип өмөтләнә. 8-се, 9-сы кварталдарҙа тынлыҡ - алданған граждандар оҙаҡ йылдарға һуҙылған бәхәсле төҙөлөштөң тамамланыуын көтә.

Мәшәҡәтле торлаҡ мәсьәләһен тиҙерәк хәл итеү маҡсатында яңы килешеү төҙөлә. Фатир хужалары ремонтты үҙҙәре эшләйәсәк. Бындай тәҡдим күптәргә оҡшап етмәһә лә, үҙ йортон көтөп арыған граждандарға ризалашырға тура килә.

"Миловка паркы" торлаҡ комплексы оҙайлы төҙөлөш менән билдәле объект. Бындағы фатирҙарҙың дөйөм майҙаны 500 квадрат метрҙан ашыу. Яңы биҫтәлә күп ҡатлы йорттар, коттедждар төҙөлә. 2017 йылда комплекс төҙөлөшө туҡтатыла. Быйыл эштәр тергеҙелеүгә ҡарамаҫтан, мәсьәлә тиҙ генә хәл ителә торғандарҙан түгел икәне билдәле. Эш аҡсала ғына түгел, алданған граждандарҙы яҡларға тейешле закон менән дә ҡатмарлыҡтар бар.

Автор: Флорида Ким.

Өфөнөң «Миловка паркы» торлаҡ комплексы йорттарында төҙөлөш эштәре тергеҙелде

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество