Был аҙнала Өфөлә «Управдом» республика форумы үтте

Был аҙнала Өфөлә «Управдом» республика форумы үтте https://bash.news/news/95111_byl_anala_fl_upravdom_respublika_forumy_tte

Коммуналь хужалыҡ өлкәһендәге проблемалар ҡышын да, йәйен дә етәрлек. Уларҙы хәл итеү юлдары республикала беренсегә уҙғарылған Управдом форумында өйрәнелде.

Радий Хәбиров тәхеткә менде. Ваҡытлыса ғына... Хәйер урын да батшаларҙыҡы түгел. "Тәхет уйындары" сериалындағына оҡшатып коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре эшләгән. Управдом форумы күргәҙмәһенә ҡуйыу өсөн. Тәхет тә кинолағы шикелле ҡылыс һәм хәнйәрҙәрҙән яһалмаған. Коммуналь өлкәгә хас материалдар-торба, кран, батареялар ҡулланылған. Ә һөйәнгесендә "ҡыш яҡынлаша" тип яҙылған. Йылытыу миҙгеленә әҙерлекте әленән үк башлаһындар өсөн... Тик бына коммуналь хужалыҡта проблемалар ҡышын ғына түгел шул.

Тәхеткә ваҡытлыса Радий Хәбиров ултырғас улар тағы ла күбәйҙе. Проблемалар артманы, ни бары йәшерендәре, күҙгә күренмәгәндәре өҫкә ҡалҡып сыҡты. Әлегә улар менән шул тәхеттә ултырыусы ғына ныҡлап көрәшә шикелле. Башҡалар һуңғы һигеҙ йылда алынған тиҙлектән тайпыла алмай. Радий Хәбиров был турала тапҡыр һүҙҙәр яҙҙы. Тәхеттә ултырыу һәр төбәк етәксеһенең тәҡдире. Тәү ҡарашҡа хакимдар урыны, ә ысынбарлыҡта коммуналь проблемаларға сумып ултыраһың, тигән социаль селтәрендә. Уларҙы хәл итеү юлдары республикала беренсегә уҙғарылған Управдом форумында өйрәнелде.

Корсетты кейҙереп алыу үҙе бер бәлә, әммә унһыҙ хәрәкәт итеп булмай. Алты йәшлек Нурисламдың умыртҡа һөйәге йәрәхәтләнгән. Балалар баҡсаһына байрам иртәлегенә китеп барған малайҙың арҡаһына биш ҡатлы йорт ҡыйығынан боҙ килеп төшә. Нурислам егерме көндө дауаханала түшәк режимында үткәрә. Корсет кейә башлағас ҡына, атларға рөхсәт ителә. Тик әлегә ултырырға ярамай.

Айгөл Никитина, Нурисламдың әсәһе: “Балам ҡулымда үлер тип уйланым. Сөнки боҙ киҫәге ҙур ине. Аллаға шөкөр, балам үҙем менән. Иң ҡурҡҡаным шул булды... Умыртҡа һөйәге һынған тигәс, атлай алмаҫ тип ҡурҡтым”.

Торлаҡ-коммуналь системалағы етешһеҙлектәрҙән зыян күреүселәр бер Никитиндар ғына түгел, ябылмаған коллекторҙарға ҡолау, балалар майҙансыҡтарында йәрәхәтләнеү һәм башҡалар. Шуға күрә Өфөлә үткән "Управдом" форумында тап хәүефһеҙлек мәсьәләһенең төп урынға ҡуйылыуы осраҡлы түгел. Ул тәү сиратта балалар һаулығына ҡағыла. Заманса өлгөлөр менән форумда уҡ танышырға мөмкин.

Күргәҙмәлә балалар майҙансыҡтарының тиҫтәгә яҡын төрө тәҡдим ителә. Мәҫәлән, был майҙансыҡта төрлө йәштәгеләрҙең ихтыяжы иҫәпкә алынған. Кескәйҙәр өсөн ҡаласыҡтар, спорт менән шөғөлләнеү зонаһы, өлкәндәргә тирмә формаһындағы ял урыны. Ә иң мөһиме бар материалдар ҙа экологик яҡтан таҙа, ә бына ергә тән йәрәхәттәренән һаҡлаусы махсус, хәүефһеҙ япма һалынған.

Хәҙер махсус япма һалыу мотлаҡ шарт булып тора, ҡала ерендә лә, ауылда ла.Тик хаҡтар ғына тешләшә, район-ҡала башлыҡтары әйтеүенсә, бик ҡиммәткә төшә. Күргәҙмәләге балалар майҙансыҡтарның хаҡы 1 миллион һум тирәһе. Шуға күптәр уңышлы идеяларҙы урындарҙа тормошҡа ашырыу яҡлы. Мәҫәлән, япманы иҫке тәгәрмәстәрҙе эшкәртеп эшләргә мөмкин. Нефтекамалар башлаған да инде. Майҙанда урамдарҙы, ихаталарҙы, подъездарҙы төҙөкләндереү буйынса ла бик ҡыҙыҡлы проекттар тәҡдим ителә. Әлеге лә баяғы хәүефһеҙлек маҡсатында яҡтыртыу, видеокүҙәтеү байтаҡ, бында төп шарт- энергияны һаҡсыл ҡулланыу.

Әлбиттә, һәр кем йәшәгән еренең хәүефһеҙ, күркәм, уңайлы булыуын теләй. Радий Хәбиров белдереүенсә, әле республикала подъездарҙы, ихаталарҙы, урамдарҙы тәртипкә килтереү буйынса бер нисә программа тормошҡа ашырыла. Тик халыҡ фекеренә таянырға кәрәк, тине Радйи Фәрит улы. Ҙур эштәргә көс етмәгәндә таҙартыуҙан булһа ла башларға мөмкин.

Республика етәксеһе инженер селтәрҙәренең, коммуникацияларҙың иҫкереүен дә билдәләп үтте. Был проблема ла хәл итеүҙе көтә. Белгестәр иһә үҙәкләштерелгән йылытыуҙан баш тартып йорттарҙы автоном режимға күсергә тәҡдим итә. Был да уңайлыҡтың бер өлгөһө - ул хужаларға температураны үҙаллы көйләү мөмкинлеге бирә.

Радий Хәбиров торлаҡсылар алдында тоған биш эш йүнәлешен билдәләне. Улар бөтәһе лә уңайлы мөхит тыуҙырыу менән бәйле. Торлаҡ-коммуналь система үҙе бер фән тикшерелгән алымдарҙы ла ҡулланыу, заманса технологяиларҙы ла үҙләштереү мотлаҡ. Киләсәктә был тармаҡ алдында мөһим бурыстар тора, йорттарҙы, подъездарҙы, ихаталарҙы, урамдарҙы тәртипкә килтереү, бер һүҙ менән әйткәндә, кешегә йәшәү өсөн шарттар тыуҙырыу. Радий Хәбиров форумда төшкән ошо фото аҫтында социаль селтәрҙәрсә яҙғанса, тәү ҡарашҡа төбәк етәксеһе тәхеттә ултырған кеүек, ысынбарлыҡта иһә торлаҡ-коммуналь проблемалар өҫтөндә.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Был аҙнала Өфөлә «Управдом» республика форумы үтте

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество