Радий Хәбиров «Ағиҙел» клубы хоккейсылары менән осрашты

Радий Хәбиров «Ағиҙел» клубы хоккейсылары менән осрашты https://bash.news/news/95245_radij_xbirov_aiel_kluby_xokkejsylary_menn_osrashty
29 апр 2019, 23:47

"Ағиҙел" клубы хоккейсыларына Рәсәй чемпионы исемен яулау өсөн белем усаҡтарында уҡыу ҙа, ауыр йәрәхәттәр ҙә ҡамасаулай алмаған. Мәҫәлән, Ольга Сосина финалда һынған аяғы менән уйнаған, ә бер нисә ҡыҙ плей-офф мәлендә мәктәпкә йөрөп өлгөргән. Был турала спортсылар Башҡортостан етәксеһе менән осрашыуҙа һөйләне.

Радий Хәбиров уйынсыларҙы һәм тренерҙар штабын оло еңеүҙәре менән тәбрикләп, республикала хоккейға артабан да ҙур иғтибар бүленәсәген белдерҙе. 2021 йылда Өфө ҡатын-ҡыҙҙар араһында донъя чемпионатын ҡабул итә. Был ҡаҙаныш та Башҡортостанда спорттың был төрөн яңы кимәлгә күтәрәсәк. Әйткәндәй, быйыл Күмертауҙа боҙ һарайы сафҡа инә, шулай уҡ баш ҡаланың Орджоникидзе районында урынлашҡан объектта ла төҙөлөш эштәре аҙағына яҡынлаша.

Хоккейсылар үҙ сиратында республика етәксеһенә рәхмәт белдереп, Радий Хәбировтың тормош иптәшенә уйын формаһы бүләк итте. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Денис Афиногенов тәрбиәләнеүселәре икенсе йыл рәттән илдең иң көслө командаһы тип танылды. Үҙенең 9 йыллыҡ тарихында Башҡортостан командаһы төрлө дәрәжәләге һигеҙ миҙал яуланы. Яҡташтарыбыҙ был ҡаҙаныш менән генә туҡтап ҡалырға йыйынмай.

Автор: Илдар Байбулатов.

Радий Хәбиров «Ағиҙел» клубы хоккейсылары менән осрашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа