Өфөлә Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһы ағзаларының йыйылышы булды

Өфөлә Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһы ағзаларының йыйылышы булды https://bash.news/news/95340_fl_bashortostandy_sport_krshe_federaciyay_azalaryny_jyjylyshy_buldy
30 апр 2019, 23:17

Унда төбәк етәксеһе Радий Хәбиров та ҡатнашты. Көн тәртибенә бер нисә мәсьәлә инде, шул иҫәптән Федерацияның яңы президентын, уның урынбаҫарҙарын, башҡарма комитет ағзаларын һәм попечителлек советы рәйесен һайлау бурысы ҡуйылды. Радий Хәбиров, спорт көрәшен күмәк спорт төрөнә әүерелдерергә кәрәк, тигән теләк белдерҙе.

Уның әйтеүенсә, элегерәк был спорт менән күберәк шөғөлләнгәндәр, хәҙер иһә ҡайһы бер ҡалаларҙа уға бөтөнләй ҡул һелтәгәндәр. Йыйылышта Радий Хәбиров күпселек тауыш менән попечителлек советы рәйесе, ә Артур Әхмәтханов Федерацияның яңы рәйесе итеп һайланды. Яңы етәксе балалар һәм үҫмерҙәр спортын үҫтерергә тигән тәүге бурысты билдәләне.

Өфөлә Башҡортостандың Спорт көрәше федерацияһы ағзаларының йыйылышы булды

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество