Өфө районы Жуков ауылында йәшәүсе Сафия Ишмөхәмәтоваға ярҙам кәрәк

Өфө районы Жуков ауылында йәшәүсе Сафия Ишмөхәмәтоваға ярҙам кәрәк https://bash.news/news/95394_f_rajony_zhukov_auylynda_jshse_safiya_ishmxmtovaa_yaram_krk
02 май 2019, 00:52

Һамарҙағы хәйриә фондына ышанып, аҡсаһыҙ тороп ҡала. Өфө районы Жуков ауылынан Эльза Ишмөхәмәтова церебраль фалиждан яфаланған ҡыҙына реабилитация үткәреүгә ярҙам эҙләп мутлашыусыларға эләгә. Фонд ярты йыл дауамында бала исеменән төрлө мәрхәмәтлек акциялары ойоштора, әммә йыйылған аҡсаны маҡсатлы тотонмай. Ойошма етәкселеге ҡапыл ҡатын менән бәйләнеште өҙә. Осраҡҡа бәйле ҡатын хоҡуҡ һағындағыларға мөрәжәғәт иткән.

Сафия массаж, дауалау физкультураһын яратмай. Күнекмәләр ваҡытында үкһеп иларға тотона. Шулай ҙа әсәһе Эльза Ишмөхәмәтова кескәй ҡыҙының сәләмәтлеген яҡшыртыу маҡсатында был процедураларҙы көн дә ойошторорға мәжбүр. Дүрт йәштә булыуына ҡарамаҫтан, балаһы һөйләшмәй ҙә, атламай ҙа.

Эльза Ишмөхәмәтова, Сафияның әсәһе: “Физкультура эшләгәндә илай. Сөнки мускулдары ҡыҫылған”.

Балаға бер йәшендә церебраль фалиж диагнозы ҡуйыла. Бынан тыш, уны көн дә тиерлек өйәнәк тота. Психик һәм телмәр үҫеше тотҡарланған. Ҡатын ғәзиз сабыйын Өфө, Екатеринбург, Мәскәү реабилитация үҙәктәренә лә йөрөтә. Шул уҡ ваҡытта Испанияға барып ҡайтырға ла теләй. Сит ил клиникаһында дауалау курсы ойоштороуға ризалыҡ алынған. Әммә матди яҡтан был ҙур сығымдар - ике миллион һумдан ашыу аҡса кәрәк. Финанс ярҙам һорап ҡатын төрлө хәйриә фондтарына мөрәжәғәт итә. Һөҙөмтәлә былтыр августа Һамарҙағы ойошмаларҙың береһе ризалыҡ биргән. "Әммә Сафияны реабилитациялауға тип төрлө мәрхәмәтлек саралары ойоштороусылар үҙҙәре үк мутлашыусы булып сыҡты,"-ти Эльза Ишмөхәмәтова.

Эльза Ишмөхәмәтова, Сафияның әсәһе: “Сафияның фотоларын ҡуйып, төрлө акциялар ойошторғандар. Аҡсаны беҙгә бирмәнеләр. Фонд директоры юғалды”.

Ҡатын көн һайын таныш телефон һандарын йыйып, фонд етәкселеге менән бәйләнешкә сығырға тырыша. Әммә барыһы ла һөҙөмтәһеҙ.

Эльза Ишмөхәмәтова ғәҙеллек эҙләп, хоҡуҡ һағындағыларға мөрәжәғәт иткән. Шул уҡ ваҡытта ҡатын балаһына Испанияла реабилитация үтеүгә аҡса йыйыу ваҡыты ла сикле булыуына борсола. Клиникала ҡыҙға медицина тикшеренеүе лә ойоштороласаҡ.

Эльза Ишмөхәмәтова, Сафияның әсәһе: “Хыялым - ҡыҙымды аяҡҡа баҫтырыу. Испанияла реабилитация үтеүгә ике миллион һум аҡса кәрәк”.

Әлегә ҙур сумманың яҡынса утыҙ мең һумы ғына йыйылған. Шуға ҡатын мәрхәмәтле кешеләрҙең ярҙамына ышана. Экранда яҙылған иҫәп буйынса аҡса ебәрергә мөмкин. Кескәй Сафия иһә музыка тауышын ишетеү менән йылмая башлай. Әсәһе менән бейергә ярата. Тиҙҙән ул һауығып, көҙгө алдына үҙаллы атлап барыр тип ышанғы килә.

ҺАҠЛЫҠ БАНКЫ КАРТАҺЫ - 5469 0600 2598 9515

Автор: Гөлназ Хәйбуллина.

Өфө районы Жуков ауылында йәшәүсе Сафия Ишмөхәмәтоваға ярҙам кәрәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Дополнительные выборы депутатов Государственного Собрания-Курултая Республики Башкортостан шестого созыва
Минземимущество Банер уфимская волна