Өфөнөң «Нефтсе» спорт комплексында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрев иҫтәлегенә бокс буйынса төбәк-ара турнир дауам итә

Өфөнөң «Нефтсе» спорт комплексында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрев иҫтәлегенә бокс буйынса төбәк-ара турнир дауам итә https://bash.news/news/95514_fn_neftse_sport_kompleksynda_ike_tapyr_sovettar_soyuzy_gerojy_musa_grev_itlegen_boks_bujynsa_tbkara_turnir_dauam_it
04 май 2019, 22:51

Ярышта Рәсәй төбәктәре, шулай уҡ Үзбәкстан һәм Ҡаҙағстандан 200-ләп спортсы ҡатнаша. Арҙаҡлы яҡташыбыҙ исемендәге турнир Муса Гәрәев үҙе иҫән саҡта уҡ, 1979 йылдан ойшторола башлаған. Быйыл ул 41-се тапҡыр уҙа. Турнир күптән инде республика спорт тормошоноң ла күркәм йолаһына әүерелгән.

Руслан Хәбибов, Башҡортостандың спорт һәм йәштәр сәйәсәте министры: “Муса Гәрев - беҙҙең республикала йәштәрҙә илһөйәрлек тәрбиәләүгә баһалап бөткөһөҙ өлөш индергән легендар шәхес. Турнирҙың 41-се тапҡыр уҙыуы ла был ярыштың Волга буйы федераль округы һәм Башҡортостанда әһәмиәтле сара булыуын дәлилләй”.

Ярышта ҡатнашыусылар 10 ауырлыҡ категорияһында көс һынаша. Турнир "Б" категорияһына эйә - йәғни үҫмерҙәр спорт мастерына кандидат исеме өсөн көрәшә. Көн дә сәғәт 10-да башланған спорт сараһына инеү бушлай. Еңеүселәр иртәгә, 5 майҙа билдәле буласаҡ.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Өфөнөң «Нефтсе» спорт комплексында ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрев иҫтәлегенә бокс буйынса төбәк-ара турнир дауам итә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество