Башҡортостанда Йәштәр хөкүмәте һайлана

Башҡортостанда Йәштәр хөкүмәте һайлана https://bash.news/news/95591_bashortostanda_jshtr_xkmte_ajlana
06 май 2019, 15:08

10 июндән йәштәрҙән ғариза ҡабул ителә башлай. Йәштәр хөкүмәтенең рәйесе, урынбаҫары була, ағзалары ике йылға билдәләнә. Конкурсты Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ойоштора. Ул ике этапта үтә.

Башҡортостанда Йәштәр хөкүмәте һайлана
Башҡортостанда Йәштәр хөкүмәте һайлана

Йәштәр хөкүмәтенә кандидаттарҙың йәше 30-ҙан артмаҫҡа тейеш, дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттә эшләмәүҙәре шарт. Республика етәксеһе Указына ярашлы, Йәштәр хөкүмәте әүҙем кешеләрҙең проекттарына булышлыҡ итеү, власть өсөн кадрҙар әҙерләү маҡсатында ойошторола.

Юлдаш
Новости партнеров
Банер уфимская волна