Дүртөйлөнән 14 һыбайлылары Терра Башҡортостан турнирында ҡатнашырға әҙерләнә

Дүртөйлөнән 14 һыбайлылары Терра Башҡортостан турнирында ҡатнашырға әҙерләнә https://bash.news/news/95634_drtjlnn_14_ybajlylary_terra_bashortostan_turnirynda_atnashyra_erln
06 май 2019, 23:09

Терра Башҡортостан турнирының сираттағы этабында райондан 14 жокей көс һынашыррға барасаҡ. Оҙайлы ял көндәрендә лә егеттәр юртаҡтар менән урындағы спорт мәктәбендә күнекмәләр уҙғарҙы. Улар менән БСТ каналы хәбәрсеһе Флорида Ким осрашты.

14 йәшлек Искәндәр Шәрифйәнов май байрамдарын аты янында үткәрә. Тоғро дуҫты нисек тәрбиәләйһең, ярышта шундай һөҙөмтәгә ирешәһең тигән фекерҙә йәш жокей. Егет йылҡы малы менән бәләкәйҙән үк таныш - уның ата-әсәһе урындағы фермала эшләй.

Искәндәр Шәрифйәнов Блэк ҡушаматлы дуҫы Терра Башҡортостан турнирында хужаһының йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килтермәҫ тип ышана. "АРҒЫМАҠ" спорт мәктәбендә шөғөлләнгән тағы ла 14 жокей ярышта шулай уҡ беренсе булып килергә өмөтләнә.

Һыбай йөрөү өсөн тәғәйенләнгән "АРҒЫМАҠ" спорт мәктәбе урындағы ауыл хужалығы предприятиеһы ҡарамағында ойошторолған. Бында өлкәндәр ҙә, балалар ҙа ихлас күңел менән ваҡыт уҙғара. Бигерәк тә бәйгеләргә әҙерлек ваҡытында, спорт клубы тәрбиәләнеүселәре айырыуса дәртләнеп аттарҙа саба.

Терра Башҡортостан турниры 11 майҙа Аҡбуҙат ипподромында үтәсәк. Республика халҡы өсөн һыбайлылар бәйгеһе иң мөһим сараларҙың береһе тип яҙҙы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров. Турнирҙа Дүртөйлө жокейҙары менән Саҡмағош, Ейәнсура һәм Бөрйән районы һыбайлылары ярышасаҡ. Беренслекте яулаған жокейға финишҡа һуңғы килгән ат бүләк ителәсәк. Шуға ла турнирҙы ойоштороусолар, ярыш сәмле һәм һоҡланырлыҡ буласаҡ тип вәғәҙәләй.

Автор: Флорида Ким.

Дүртөйлөнән 14 һыбайлылары Терра Башҡортостан турнирында ҡатнашырға әҙерләнә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд