Башҡортостан спортсылары Беларусь республикаһында 5 сентябрҙә үткән марафонда ҡатнашасаҡ

Башҡортостан спортсылары Беларусь республикаһында 5 сентябрҙә үткән марафонда ҡатнашасаҡ https://bash.news/news/95718_bashortostan_sportsylary_belarus_respublikaynda_5_sentyabr_tkn_marafonda_atnashasa
07 май 2019, 21:19

Был турала бөгөн Радий Хәбировтың йөҙөү буйынса спорт мастеры, Беларусияның Паралимпия йыйылма командаһы ағзаһы, эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре Алексей Талай менән осрашыуында килешелде. Алексей Талай мөмкинлеге сикләнгән балаларға ярҙам итеү фондын ойоштороусы булып та тора.

Ул үҙе үҫмер сағында уҡ фажиғәғә осрап инвалид булып ҡала. 1999 йылда 16 йәшлек егет Бөйөк Ватан һуғышынан ятып ҡалған минаға шартлап ҡулһыҙ-аяҡһыҙ ҡала. Әммә Алексей Талай тормош һынауы алдында юғалып ҡалмай, спорт менән шөғөлләнә, әүҙем тормош алып бара, хәйриә эшендә ҡатнашып башҡаларға ярҙам итә. Ғаилә ҡороп дүрт бала үҫтерә. Беларусия ҡунағы Башҡортостанға өсөнсө тапҡыр килә, уның фекеренсә, республикала инвалидтарға уңайлы мөхит тыуҙырыу бик һөҙөмтәле бара. Радий Хәбиров әйтеүенсә, башҡараһы эштәр ҙә күп.

Алексей Талай республикала уҡыусылар менән осрашырға, "Үлемһеҙ полк" акцияһында ҡатнашырға йыйына. Спортсы белдереүенсә, Радий Хәбиров 5 сентябрҙә Беларусияла уҙған марафонға Башҡортостан делегацияһын да ебәрәсәген белдергән. Был күләмле сарала йөҙҙән ашыу ил вәкилдәре ҡатнаша.

Алексей Талай, спортсы, эшҡыуар, йәмәғәт эшмәкәре: “Радий Хәбиров менән бик йылы осрашыу булды. Быйыл уның тәҡдиме менән физик мөмкинлеге сикләнгән ҡыҙҙар өсөн бал ойошторолоуы бик күркәм өлгө. Был тәжрибәне таратырға кәрәк тип уйлайым. Республика етәксеһе әле малайҙар өсөн дә байрам ойоштороу теләге менән яна, унда мине лә ҡатнашырға саҡырҙы”.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Башҡортостан спортсылары Беларусь республикаһында 5 сентябрҙә үткән марафонда ҡатнашасаҡ

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество