Киләһе шәмбе «Терра Башкирия» ат сабышының 3-сө этабы үтә

Киләһе шәмбе «Терра Башкирия» ат сабышының 3-сө этабы үтә https://bash.news/news/95863_kile_shmbe_terra_bashkiriya_at_sabyshyny_3s_etaby_t
09 май 2019, 15:24

Алдағы шәмбе, 11 майҙа Өфөнөң "Аҡбуҙат" ипподромында "Терра Башкирия" ат-спорт турнирының 3-сө этабы уҙа. Был юлы бәйгелә Бөрйән, Дүртөйлө, Ейәнсура һәм Саҡмағош райондары вәкилдәре ҡатнаша. Сараның маҡсаты - башҡорт тоҡомло аттарҙы популярлаштырыу.

"Терра Башкирия" турниры этаптары октябргә тиклем дауам итә. Финал ярышы 11 октябргә тәғәйенләнгән. Унда һәүәҫкәр жокейҙар Башҡортостан Башлығы призына чемпионатта көс һынаша.

Киләһе шәмбе «Терра Башкирия» ат сабышының 3-сө этабы үтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество