Бөрйән, Ейәнсура, Саҡмағош, Дүртөйлө командалары ат сабышында көс һынашты

Бөрйән, Ейәнсура, Саҡмағош, Дүртөйлө командалары ат сабышында көс һынашты https://bash.news/news/95958_brjn_ejnsura_samaosh_drtjl_komandalary_at_sabyshynda_ks_ynashty
11 май 2019, 22:03

"Терра Башҡортостан" туриниры еңеүселәрҙе асыҡлауын дауам итә. Таһим Кусимов исемендәге "Аҡбуҙат" ипподромында был юлы Бөрйән, Ейәнсура, Саҡмағош, Дүртөйлө командалары һынау тотто. Ат сабыштары сентябрь аҙағына тиклем дауам итә, төп еңеүсе иһә 11 октябрҙә уҙған финал турнирында билдәле буласаҡ.

Аттар ярыш һыҙығына шунда уҡ сыҡмай, махсус майҙансыҡта бер нисә түңәрәк әйләнеп сыға, күнекмәләр үтә. Сөнки алыҫ юл, яңы урын, халыҡ күплеге юртаҡтарҙы бер аҙ тәртәнән сығара. Бөрйәндән Айсар Ишдәүләтов иң йәш ҡатнашыусыларҙың береһе, малайға ни бары ун бер йәш. Ул ярышҡа "Гөлһары" менән килгән, атҡа был ҡушамат Сыңғыҙ Айтматовтың данлыҡлы әҫәре буйынса бирелгән.

Ярыш ике этапта бара. Тәүҙә ат сабышы һәр район араһында үтә, команда ағзалары үҙ аттарында ярышып көслөләрҙе асыҡлай. Мәҫәлән, был юлы Саҡмағоштарҙан "Эфес" ҡушаматлы атта Элмир Гәрәев, ә Бөрйәндәрҙән "Ҡурай"ҙа Уйылдан Йәмлеғурсин лайыҡ булды. Егеттәр әйтеүенсә, көндөң эҫе тороуы ғына бер аҙ ҡамасаулай, әммә трасса бик уңайлы, тигеҙ.

Турнир сиктәрендә райондар бай йөкмәткелде күргәҙмәләр ҙә әҙерләгән. Бында ҡул эштәрен дә, халыҡ кәсептәре өлгөләрен дә, аш-һыу рәттәрен дә күрергә мөмкин.

Ейәнсуралар иһә Өфөгә данлыҡлы шәләдрен алып килгән, бынан тыш улар халыҡты ҡумыҙ эшләү, ҡара һағыҙ ҡайнатыу серҙәре менән дә таныштыра.

Район командалары араһындағы ат сабыштары өсөнсө тапҡыр ойошторола, һәр турнирҙа 4 район һынау тота. Шуға ҡарамҫта,халыҡтың был сараға ҡыҙыҡһыныуы кәмемәй, трибуналар тулы. Тәүге этап еңеүселәре икенсе турға сыға һәм ипподромдың башҡорт тоҡомло аттарында сабыша. Улар әйтеүенсә, таныш булмаған атту ауыҙлыҡлау күпкә ҡатмарлыраҡ. Әммә егеттәр һынатманы. Финал этабында еңеүҙе Ейәнсуранан Павел Тараскин яуланы, икенсе урын Дүртөйлөләрҙә, өсөнсө баҫҡысҡа йәнә Ейәнсуралар күтәрелде.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Бөрйән, Ейәнсура, Саҡмағош, Дүртөйлө командалары ат сабышында көс һынашты

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд