Тәбиғәт шарттары уңай булһа, илештәр бер аҙнанан яҙғы сәсеү эштәрен тамамлай

Тәбиғәт шарттары уңай булһа, илештәр бер аҙнанан яҙғы сәсеү эштәрен тамамлай https://bash.news/news/96202_tbit_sharttary_uaj_bula_ileshtr_ber_ananan_yay_sse_eshtren_tamamlaj
15 май, 11:06

Ошо турала “Хакимиәт башлыҡтары сәғәте”ндә һүҙ барҙы. Республика етәксеһе Радий Хәбиров менән осрашыуҙа райондың социаль-иҡтисади хәле тикшерелде.

Тәбиғәт шарттары уңай булһа, илештәр бер аҙнанан яҙғы сәсеү эштәрен тамамлай
Тәбиғәт шарттары уңай булһа, илештәр бер аҙнанан яҙғы сәсеү эштәрен тамамлай

Илеш - аграр төбәк һанала. Бында “Урожай” йәмғиәте нигеҙендә 1 мең 600 башҡа иҫәпләнгән һөт комплексын төҙөү проектын тормошҡа ашырыу, үҫтерелгән ашлыҡты сит илдәргә һатыу мәсьәләһе ҡаралды. Федераль трасса буйында урынлашҡан Ишҡар, Лаяшты, Үрге Йәркәй һәм Исәмәт ауылдары халҡын да яҡшы яңылыҡ көтә. Илеш районы хакимиәте башлығы Илдар Мостафин.

Тәбиғәт шарттары уңай булһа, илештәр бер аҙнанан яҙғы сәсеү эштәрен тамамлай

Илдар Мостафин, Илеш районы хакимиәте башлығы :

- Мал тотһаң да, техника йөрөһә лә яйһыҙлыҡтар бар. Проект өҫтөндә эшләйәсәкбеҙ. Ауылдарҙа юлдар барлыҡҡа киләсәк.

“Хакимиәт башлыҡтары сәғәте” сиктәрендә Республика етәксеһе Радий Хәбиров Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы Динар Хәлилов менән дә осрашты.

Тәбиғәт шарттары уңай булһа, илештәр бер аҙнанан яҙғы сәсеү эштәрен тамамлай

Динар Хәлилов, Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы :

- Бөгөн Салауатта терапевт, педиатр кеүек табиптар етмәй. Поликлиникаларға ошо табиптарҙы йәлеп итеү кәрәк.

Фотоһүрәт : Башҡортостан Башлығы сайтынан алынды.

Юлдаш
Новости партнеров
Банер уфимская волна