Быйыл Башҡортостанда 4 мең самаһы подъезд ремонтлана

Быйыл Башҡортостанда 4 мең самаһы подъезд ремонтлана https://bash.news/news/96298_byjyl_bashortostanda_4_me_samay_podezd_remontlana

Күп фатирлы йорттарҙа подъездарҙы төҙөкләндереү программаһы бер ай самаһы элек башланды. Эштәр графикка ярашлы алып барыла.

Быйыл Башҡортостанда 4 мең самаһы подъезд ремонтлана
Быйыл Башҡортостанда 4 мең самаһы подъезд ремонтлана

Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры вазифаһын башҡарыусы Михаил Киреев белдереүенсә, ремонтланған подъездарҙа вандаллыҡ осраҡтары булғылай.

Быйыл Башҡортостанда 4 мең самаһы подъезд ремонтлана

Башҡортостан етәксеһе Радий Хәбиров яңы ремонтланған подъездарҙы боҙоу осраҡтарына бәйле фекерен белдерҙе. Социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә ул халыҡҡа мөрәжәғәт итә.

"Тормош шарттарын яҡшыртыу өсөн һеҙҙең менән бергәләп бар күңелебеҙҙе һалабыҙ. Ә хәҙер ҡарағыҙ, ҡайһы берәүҙәр яңы ремонтланған подъездарҙы ҡыйрата башланы. Бер нисә әҙәм тәртипле кешеләрҙең тормошон боҙа, матурлыҡты юҡ итә. Ошондай осраҡты күрәһегеҙ икән, участковыйға шылтыратығыҙ! Был мәсьәлә буйынса йәмәғәтселәрҙең ярҙамына иҫәп тотам", - тип яҙған республика етәксеһе.

Башҡортостанда подъездарҙы төҙөкләндереү 15 сентябрҙә тамамланырға тейеш. Республикала “Иң яҡшы подъезд” конкурсы иғлан ителгән. Уның шарттары менән Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы сайтында танышырға була.

Юлдаш
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд