Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк https://bash.news/news/96456_auyl_mnit_xemtkrren_dlt_yaramy_krtelsk
17 май 2019, 23:51

Был турала Радий Хәбиров "Берҙәм Рәсәй" партияһынан Республика башлығына кандидаттарҙың фирҡәнең төбәк һәм беренсел бүлексәләре секретарҙары менән осрашыуында белдерҙе. Мәҙәниәт өлкәһендә кадрҙар мәсьәләһе хаҡында һорауҙы "Кесе Ватан мәҙәниәте" проектының йәмәғәт советы рәйесе Александр Кузьменко бирҙе.

Яңы дәүләт стандарттары индерелгәс, күп кенә мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре уларға тап килмәҫ, ә белемле йәштәр ауылға ҡайтырға ашҡынып тормай, тип билдәләне ул. Һаулыҡ һаҡлауҙа ла, мәғарифта ла ауыл белгестәренә булышлыҡ итеүсе программалар бар. Ауыл мәҙәниәте лә дәүләт ярҙамына мохтаж, тип билдәләне халыҡ артисы.

"Ысынлап та, бик мөһим теманы күтәрҙегеҙ, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә ярҙам күрһәтеү мәсьәләһе тураһында уйларға вәғәҙә бирәм", тине Радий Хәбиров.

Автор: Илдар Байбулатов.

Ауыл мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәренә дәүләт ярҙамы күрһәтеләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Акции и скидки в кинотеатре Синема 5 г. Уфа