Өфө дауаханаһында пациенттар идентификацион беләҙек йөрөтә

Өфө дауаханаһында пациенттар идентификацион беләҙек йөрөтә https://bash.news/news/96716_f_dauaxanaynda_pacienttar_identifikacion_belek_jrt
21 май 2019, 23:00

Милли проект сиктәрендә ул әлегә биш медицина учреждениеһында индерелгән. Беләҙек ни өсөн кәрәк? Аңлатма беҙҙең сайтта.

Дауахананың ҡабул итеү бүлегендә хәҙер пациенттарға идентификацион беләҙек кейҙерелә. Ауырыу исемен әйткәндән һуң дөйөм база аша фамилияһы, башҡа мәғлүмәттәр тикшерелә. Артабан махсус принтерҙан яҙыу беләҙеккә баҫып сығарыла.

Беләҙектә ауырыуҙың үҙенең, атаһының исеме һәм фамилияһы, тыуған йылы датаһы һәм дауахана бүлеге күрһәтелгән. Штрихлы коды бар. Уның ярҙамында ауырыу кеше тураһында һәм сирҙәре тарихын белеп була.

Сирлеләр әлегә был яңылыҡты аңлап бөтмәй. Йыш ҡына дауаханағла ятҡан Рәсимә Әфтәх ҡыҙы ла аптырап ҡалған. Әлегә Милли проект Өфөнөң биш дауаханаһында эшләй. Ике йыл эсендә уны республиканың бөтә төбәктәрендә ҡулланыу көтөлә.

Ирина Карамова, Өфөнөң ашығыс ярҙам дауаханаһы баш табибы: “Пациенттарға ҡан бирергә, операция яһарға һәм башҡа дауалау сараларын күргәндә беләҙек булыуы файҙалы. Бер ауырыуҙы икенсеһе менән бутамау өсөн дә кәрәк, сөнки бер бүлектә фамилия, исемдәре тура килгәндәр була. Аңын юғалтыуыусының кем икәнлеген асыҡлау өсөн уңайлы”.

Киләсәктә беләҙектәге штрих- код өсөн электрон система индереү ҡарала. Мәғлүмәтле беләҙек тағы ике төҫтә буласаҡ. Йығылыу хәүефе һәм дарыуҙарға аллергияһы булғандар төҫлө беләҙек кейәсәк.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Өфө дауаханаһында пациенттар идентификацион беләҙек йөрөтә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество