Финляндия менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлеге киңәйә

Финляндия менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлеге киңәйә https://bash.news/news/96723_finlyandiya_menn_bashortostandy_xemttshlege_kij
21 май 2019, 23:40

Ике яҡ араһындағы бәйләнештәрҙе нығытыу мөмкинлектәре бөгөн Радий Хәбировтың фин делегацияһы менән осрашыуында ла ҡаралды. Эшҡыуарҙар, предприятие-ойошмалар етәкселәренән торған делегацияны Финляндияның Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе Микко Хаутала етәкләй.

Башҡортостан менән Финляндияны күптәнге хеҙмәттәшлек бәйләй, төньяҡ дәүләт республиканың сауҙа партнерҙары араһында туғыҙынсы урынды биләй. Әлеге мәлдә тауар әйләнеше Башҡортостан нефть химияһы предприятиелары продукцияһын экспортлауҙан тора. Радий Хәбиров әйтеүенсә, республика ауыл хужалығы тауарҙары тәҡдим итергә әҙер, киптерелгән һөттән алып башҡорт балына тиклем. Башҡортостан үҙе финдарҙың ауыл хужалығы техникаһы менән ҡыҙыҡһына.

Микко Хаутала, Финляндияның Рәсәйҙәге тулы хоҡуҡлы илсеһе: “Финляндияла көнкүреш ҡалдыҡтарының бер проценты ғына сүплеккә сығарыла, ҡалғаны тулыһынса эшкәртелә. Беҙ уңышлы эш тәжрибәләре менән уртаҡлашырға һәм сүп-сар реформаһында ҡатнашырға әҙер”.

Микко Хаутала белдереүенсә, Финляндия Башҡортостан менән мөнәсәбәттәрҙең яңы битен асырға әҙер. Хеҙмәттәшлектең аныҡ йүнәлештәрен билдәләү өсөн бизнес вәкилдәренең осрашыуы мөһим. Республика өсөн финдарҙың торлаҡ-коммуналь өлкәләге, айырыуса көнкүреш ҡалдыҡтарын эшкәртеү буйынса эш тәжрибәһе файҙалы буласаҡ. Был дәүләттә ҡалдыҡтарҙы эшкәртеү һәм утилләштереү күптән яйға һалынған.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Финляндия менән Башҡортостандың хеҙмәттәшлеге киңәйә

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Когда отремонтирую ваш подъезд