Яман шеште асыҡлау өсөн яңы үҙәктәр булдырыла

Яман шеште асыҡлау өсөн яңы үҙәктәр булдырыла https://bash.news/news/96747_yaman_sheshte_asylau_sn_yay_ktr_buldyryla
22 май, 11:10

Башҡортостанда дауаханаларҙа яңы бүлексәләр асыла. Унда халыҡҡа онкология ярҙамы күрһәтелә. Был турала Башҡортостан парламентында үткән осрашыуҙа хәбәр ителде.

Яман шеште асыҡлау өсөн яңы үҙәктәр булдырыла
Яман шеште асыҡлау өсөн яңы үҙәктәр булдырыла

Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев әйтеүенсә, яман шеш ауырыуын дауалау дәүләт кимәлендә иғтибарға алынды.

Яман шеште асыҡлау өсөн яңы үҙәктәр булдырыла

Яман шеште мөмкин тиклем иртәрәк диагностикалаған осраҡта, кешене уңышлы дауалап була. Шуға ҡаты сирҙе диспансерлаштырыу үткәндә үк асыҡлау мөһим, ти депутат Римма Үтәшева.

Яман шеште асыҡлау өсөн яңы үҙәктәр булдырыла

Римма Үтәшева, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты :

- Башлыса киләһе һорауҙар менән мөрәжәғәт итәләр : сирлеләр оҙайлы ваҡыт үҙ сиратын көтә, яңы дарыуҙар кәрәк, райондан килеүселәргә химия терапияһын үтеү өсөн урын булмай. Уларға ярҙам итеү маҡсатында республикала яңы программа эшләй. Хәҙер сирлеләргә яңы ҡараш.

Яман шеш менән сирлеләр һәм власть вәкилдәре араһында бындай осрашыу беренсе тапҡыр уҙғарылды.

Юлдаш
Новости партнеров
Минземимущество