Стәрлетамаҡта позитрон-эмиссион томография үҙәге барлыҡҡа киләсәк

Стәрлетамаҡта позитрон-эмиссион томография үҙәге барлыҡҡа киләсәк https://bash.news/news/96815_strletamata_pozitronemission_tomografiya_ge_barlya_kilsk
22 май 2019, 23:41

Ул тәүге пациенттарын киләһе йылдың июнендә ҡабул итә башлар тип көтөлә. Бынан тыш, ҡалала нур терапияһы үҙәген асыу ҙа ҡарала. Проекттар бөгөн Радий Хәбиров рәйеслегендә үткән инвестиция сәғәтендә тикшерелде.

Инвесторҙар, йәғни "Мединвестгрупп" компаниялар республикала онкология хеҙмәтен үҫтереүгә 1 миллиард һум аҡса һалырға ниәтләй. Проект Сочиҙағы инвестиция форумында ҡабул ителгән килешеүгә ярашлы тормошҡа ашырыла. Уның сиктәрендә Стәрлетамаҡтың 1-се дауаханаһы базаһында ядро медицинаһы үҙәге барлыҡҡа киләсәк. Был учреждениела рак сирҙәрен ваҡытында асыҡлау өсөн позитрон-эмиссион томограф урын ала, уның хаҡы 200 миллион һумдан ашыу. 60-лап эш урыны асыласаҡ. Белгестәр фекеренсә, яңы үҙәк Башҡортостандың көньяҡ райондарында медицина хеҙмәтләндереүе сифатын яҡшыртыуға булышлыҡ итәсәк.

Андрей Турьянов, "ПЭТ-технолоджи" проекттары етәксеһе: “Позитрон-эмиссион томография онкология сирҙәрен асыҡлауҙың иң һөҙөмтәле һәм заманса алымы. Ә ауырыуҙы иртә стадияла асыҡлауға дауалау сифаты бәйле. Шунда уҡ нур терапияһы менән дауалау үҙәгендә асыу ҡарала. Был хирургик ҡатнашлыҡһыҙ, кеше организмына зыян килтермәй генә дауалау мөмкинлеге бирә”.

Ринат Зәйнуллин, "Башҡортостан ит компанияһы" йәмғиәте директоры урынбаҫары: “Селекция-генетика үҙәгендә әле 47 мең баштан ашыу сусҡа иҫәпләнә. Беҙ тоҡомсолоҡ буйынса махсуслашҡанбыҙ, ул Рәсәйҙә ошо йүнәлештә эшләгән берҙән-бер үҙәк. Инвестицияларҙың дөйөм күләме 3 миллиард һумдан ашыу, уларҙың 90 проценттан ашыуы үҙләштерелгән. Беҙ инфраструктураға киткән сығымдарҙы ҡаплауҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт иткәйнек, мәсьәлә ыңғай хәл ителде”.

Инвестиция сәғәтендә Башҡортостан ит компанияһының селекция-генетика үҙәге эшмәкәрәлеге менән бәйле һорау ҙа ҡаралды, ул былтыр эш башлаған. Үҙәк 5 мең 400 сусҡаға иҫәпләнгән. Бында яңы тоҡомдар сығарыу буйынса эш бара. Йәғни, әле республика хужалыҡтары тоҡомло сусҡаларҙы сит илдәрҙән һатып алһа, киләсәктә был үҙәк төбәк комплекстарын тулыһынса үҙе тәьмин итәсәк.

Автор: Рәмзиә Кәримова.

Стәрлетамаҡта позитрон-эмиссион томография үҙәге барлыҡҡа киләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Банер уфимская волна