Сибайҙа йорт ихаталарына асфальт түшәләсәк

Сибайҙа йорт ихаталарына асфальт түшәләсәк https://bash.news/news/96817_sibaja_jort_ixatalaryna_asfalt_tshlsk

Әлегә ҡаланың иң йәнле урындарында соҡорҙар ямала.15 июнгә тиклем ремонт эштәре 1800 квадрат метр самаһы майҙанда тамамланырға тейеш. Әле ремонт Төйәләҫ ҡасабаһы йүнәлешендә алып барыла. Быға бәйле, транспорт хәрәкәте ике яҡҡа ла бер һыҙаттан ғына үтә. Әммә автоһәүәҫкәрҙәргә был уңайһыҙлыҡтарҙы түҙергә күп ҡалмаған.

Яңы ҡатлам яҡшы ятһын һәм асфальт оҙағыраҡ хеҙмәт итһен өсөн юлға битум ҡатнашмаһы һибелә. Дөйөм алғанда, Сибайҙа 5 километр оҙонлоҡта ҡала юлдарының ҡатламын алыштырыу талап ителә.

Александр Елизарьев, подрядсы ойошма директоры урынбаҫары: “Көнөнә 200-260 погонлы метр юл үтәбеҙ. Бөтәһе ике ҡатлам һалына. Һауа шарттары яҡшы торғанда эште был аҙнала тамаларға иҫәп тотабыҙ”.

Автор: Гөлдәриә Йосопова.

Сибайҙа йорт ихаталарына асфальт түшәләсәк

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество