Башҡортостанда сәләмәтлек поезы эшләй

Башҡортостанда сәләмәтлек поезы эшләй https://bash.news/news/96892_bashortostanda_slmtlek_poezy_eshlj
23 май 2019, 23:07

Спирография, флюорография һәм йөрәккә скрининг. Республикалағы акция ярҙамында был медицина тикшереүҙәрен ауылда ла үтергә мөмкин. Белорет районы Инйәр ҡасабаһында Сәләмәтлек поезы эшләй. Ауыл халҡына сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү маҡсатында ойошторолған акция автопоездары Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама һәм Дыуанға юлланды.

Күсмә медицина модулендә онкология, йөрәк һәм башҡа сирҙәрҙе асыҡлау мөмкинлеге бар. Асы ауылында йәшәүсе Мөсәүир Мөхәмәт улы үпкәһен тикшертә. Спирография ысулы менән хаҡлы ялдағы уҙаман тәүге тапҡыр ҡуллана.

Тикшерелеү дауахана бүлмәһендә түгел, ә күсмә медицина модулендә. Әммә шарттар медицина учреждениеһыныҡынан ҡалышмай.

Белорет үҙәк район дауаханаһынан килгән медицина модулендә биш минут эсендә йөрәккә скрининг та яһалды. Тикшереү һөҙөмтәләре шунда уҡ пациенттың ҡулына бирелә, уның буйынса Өфөнән килгән табиптар консультация үткәрә.

Инйәр участка дауаханаһы янында 19 майҙан бирле биш медицина модуле эшләй. Белореттан ике машина, өсәү - Өфөнән. Инйәр участкаһына ҡараған ауылдарҙан халыҡ сәләмәтлеген тикшертеп ҡалырға тырыша. Сөнки бер генә белгескә күренер өсөн уларға ғәҙәттә, йөҙәр саҡрым үтергә тура килә, ә был юлы бөтә табиптар үҙҙәре килгән.

Иң ҙур сират - маммографияға. Заманса медицина техникаһында снимок эшләгәндән һуң ул Өфөгә онкология диспансерына ебәрелә. Аҙна дауамында һөҙөмтәһе билдәле була.

Табиптар участка дауаханаһы бүлмәләрендә лә ҡабул итә. Медицина учреждениеһы коридорҙарында халыҡ ғәҙәттәгенән ике тапҡырға күберәк.

Сәләмәт республика-сәләмәт төбәк акцияһының бөтәһе 22 күсмә модуле әле республиканың биш төбәгендә. Өфө һәм урындағы белгестәр ярҙамында 10 апрелдән бирле 25 меңдән ашыу кеше сәләмәтлеген тикшерткән. 10 октәбргә тиклем дауам итәсәк проект тәүге һәм ул Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса эшләй.

Автор: Рәмилә Исмәғилева.

Башҡортостанда сәләмәтлек поезы эшләй

  • БСТ
БСТ
Новости партнеров
Минземимущество